«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡыу алдынғылары – Президент янында



20.12.2011 Уҡыу алдынғылары – Президент янында

Уҡыу алдынғылары – Президент янында
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбелә «Пре­зидент көндәлеге» конкурсында еңеүсе уҡыусылар менән осрашты. Осрашыуға төрлө ҡала һәм райондарҙан уҡыу йылы башынан алып иң күп «бишле» билдәһе алыусы 30 уҡыусы килде.
Президент һәр уҡыусының көндәлегендә иҫтәлекле яҙма ҡал­дыр­ҙы һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Өфө ҡалаһының 136-сы мәктәбенән 3-сө синыф уҡыусыһы республика етәксеһенән, нисек итеп Президент шыршыһына саҡырыу ҡағыҙы алырға мөмкин, тип ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Зәки улы уның һорауына яуап итеп, осрашыуҙа ҡатнашыусылар­ҙың барыһын да 21 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк республиканың төп шыршы байрамына саҡырҙы. «Һеҙҙең көндәлектәге минең ҡултамғам Президент шыршыһына саҡырыу ҡағыҙы булыр», – тине ул.
Әйткәндәй, «Президент көндәлеге» конкурсы «Комсомольская правда» нәшриәт йорто менән берлектә ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға