«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғарифҡа ҡағылышлы проект бик күп яҡшы үҙгәрештәр вәғәҙәләй



17.09.2011 Мәғарифҡа ҡағылышлы проект бик күп яҡшы үҙгәрештәр вәғәҙәләй

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Мәғарифты модернизациялау», «500 бассейн» проекттары координаторы Николай Булаев Өфөгә эш сәфәре барышында баш ҡалала төҙөлә башлаған спорт-һауыҡтырыу комплексы менән танышты һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси клубы ултырышында ҡатнашты. Спорт комплексы ике бассейнды, ике тренажерҙар һәм бер уйын залын, дүрт уҡыу аудиторияһын үҙ эсенә ала. Проект сиктәрендә төҙөлгән иң ҙур бассейн – Башҡортостанда һәм бында төҙөлөш эштәре лә ваҡытынан алда бара, тип, Николай Булаев беҙҙәге бассейнды бик юғары баһаланы.
– Башҡортостан − «Мәғарифты модернизациялау» проекты ентекле тикшерелгән беренсе төбәк. Был тәүге фекер алышыу майҙаны, һәм ул беҙҙең өсөн бик мөһим, проекттың ныҡлап уйланылмаған урындарын билдәләйһе бар, – тип Николай Булаев клуб ултырышын асып, ҡатнашыусыларҙы проект менән яҡындан таныштыр­ҙы.
Мәғарифты модернизациялау проекты Рәсәй субъекттарының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып мәғарифты модернизациялауҙың төбәк программаһына ярҙам итеүҙе, мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы, яңы технологиялар индереүҙе күҙаллай. Проектҡа ярашлы төбәктәргә 120 млрд һум аҡса бүлеү ҡарала: шуның 20 миллиард һумы – быйыл, 60 миллиарды – 2012 йылда һәм ҡалғаны – 2013 йылда. Һәр төбәккә субсидия күләме уҡытыусыларҙың һанына һәм төбәктең бюджет кимәленә ҡарап бүленәсәк.
Федераль бюджеттан бүленгән аҡса мәктәптәрҙе техник яҡтан йыһазландырыуға, уҡыусылар­ҙы йөрөтөү өсөн транспорт һатып алыуға, дистанцион белем биреү үҙәктәре асыу­ға, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтеләсәк. Әйтелгәндәр ҡоро һүҙ генә түгел. Республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Светлана Пронина әйтеүенсә, республика әлеге көндә ошо проектҡа ярашлы 712 млн һум аҡса алған да инде.
– 30 сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы президиумының киңәйтелгән ултырышы үтәсәк. Унда инде проект буйынса төбәктәрҙең тәҡдимдәре иҫәпкә алынасаҡ. Ултырышта РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенконың да ҡатнашыуы көтөлә. Һөйләшеүҙә шулай уҡ мәктәп проблемалары ла күтәреләсәк, – тине НиколайБулаев.
Николай Булаев «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим иткән тағы бер проект менән таныштырып үтте. Ул – «Уҡытыусылар йорто» тип атала һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ йорттары төҙөүҙе һәм уҡытыусыларға был йорттарҙан осһоҙораҡ хаҡҡа фатирҙар һатып алыу мөмкинлеген булдырыуҙы күҙаллай.
– Уның бер нисә варианты бар. Мәҫәлән, бер бүлмәле фатиры булған уҡытыусы уны баҙар хаҡына һатып, шул уҡ хаҡҡа был йорттан ике бүлмәлене һатып ала аласаҡ, йә булмаһа, икәүлеһен һатып, өсәүлеһенә эйә буласаҡ. Кемдең бер ниндәй ҙә торлағы юҡ, уларға банкылар аша кәметелгән процент менән кредит алыу мөмкинлеген булдырыу ҡарала. Дөрөҫ, был осраҡта фатир хаҡының ун проценты күләмендә тәүге иғәнәне индерергә тура киләсәк, – тине ул.
Уҡытыусылар өсөн тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ − эш хаҡтары 30 процентҡа артасаҡ.
– Уҡытыусылар яңыса эш хаҡын октябрҙә ала башлаясаҡ. Әммә уның күләме мәғариф хеҙмәткәренең эшенең сифатына һәм аттестацияны нисек үтеүенә бәйле буласаҡ, – тине Булаев.
Вәғәҙә ителгән тағы бер һөйөнөслө хәбәр – студенттарҙың стипендияһы 29 процентҡа артасаҡ. Был маҡсатҡа аҡса бүлеү өсөн илдең бюджетына тейешле төҙәтмәләр индерелгән.
– Беренсенән, стипендияның база өлөшө 9 процентҡа индексацияланған, икенсенән, стипендия фонды 20 процентҡа артҡан. Был вуздар үҙҙәре студенттарға стипендияны арттыра алһын өсөн эшләнгән. Стипендия фондының беҙҙең илдә бындай күләмдә һуңғы 15 йыл эсендә күтәрелгәне булмауын да билдәләп үтте Мәскәү вәкиле.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға