«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һаумы, мәктәп!



03.09.2011 Һаумы, мәктәп!

Һаумы, мәктәп!
Баймаҡ районының 871 беренсе класс уҡыусыһы, мәктәп тупһаһы аша үтеп, серле белем донъяһына аяҡ баҫты. Мерәҫ ауылынан Айнагөл Вәлиева ла, тиңдәштәре кеүек, тулҡынланып ғилем һәм аҡыл йорто ишектәрен асһа, 11-се класҡа барған Ильяс Дауытбаев мәктәп йылдарын һис тә бушҡа сарыф итмәгән – уҡыу алдын­ғыһы быйыл йәш сәсәндәр араһында “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар­ҙың XIII республика конкурсында эпосты тулыһынса һөйләп, думбырала уйнап, көйләп ишеттереп, беренсе урын яуланы. Шулай уҡ ЮНЕСКО-ның “Иң үҙенсәлекле һөйләүсегә” беренсе дәрәжә дипломына, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Егәрле егет буласаҡ һөнәрен дә асыҡ күҙаллай. Әммә ул, әйҙәгеҙ, сер булып ҡалһын. “Урал батыр” ҡобайырын яттан белгән кешегә киләсәктә бөтә ишектәр ҙә асыҡ.
Ильясҡа һәм тиңдәштәренә – уңышлы уҡыу йылы, ә беренселәргә тырышлыҡ, ошондай ағай-апайҙарға лайыҡлы алмаш булып үҫеүҙәрен теләйек!

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға