«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Сит илгә уҡырға барырға теләһәгеҙ



22.03.2011 Сит илгә уҡырға барырға теләһәгеҙ

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары студенттары араһында сит ил мәғариф үҙәктәрендә белем алыу өсөн түләүгә аҡсалата грантҡа дәғүә итеүгә асыҡ конкурс башланды. 2010–2012 йылдарҙа сит илдә әҙерлек үтеү, квалификацияны күтәреү буйынса Башҡортостан Президентының айырым маҡсатлы программаһына ярашлы, уҡыуға, йәшәүгә, медицина страховкалауына, юлға, виза юллауға сығымдарҙы республика бюджеты үҙ өҫтөнә ала.
БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙе ярыш принцибы буйынса Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе рәйеслегендәге конкурс комиссияһы һайлап ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн www.qrant.bashvest.ru сайтында теркәлеп, артабан документтарҙы 18 апрелгә тиклем Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5\2, 309, 310-сы кабинеттар адресы буйынса БР Мәғариф министрлығына ебәрергә кәрәк. Сайтта мәғариф грантына дәғүә итеүселәр резюмеһынан банк булдырыласаҡ. Конкурс комиссияһы ағзалары заявкалар­ҙың дөйөм күләменән конкурстың телевизион этабында ҡатнашыусыларҙы һайлап аласаҡ, унда студенттарға үҙҙәренең эрудицияһын һәм белемен күрһәтеү талап ителә. Ярышта еңеүселәр «Башҡортостан» юлдаш телевидениеһы каналы эфирында билдәләнәсәк.
Грантҡа дәғүә итеүселәр профессиональ өлкәлә компетентлылығын, сит телдәрҙә иркен аралашыуын күрһәтергә тейеш (TOEFL йәки IELTS сертификаттарына эйә булыу мотлаҡ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға