«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғариф министрлығында – яңы етәксе



12.03.2011 Мәғариф министрлығында – яңы етәксе

БР Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Әлфис Ғаязовты Башҡортос­тан Республикаһының мәғариф министры итеп тәғәйенләне.
Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылда Асҡын районының Иҫке ҡаҙансы ауылында тыуған. 1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай, хеҙмәт юлын да шунда ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһында башлай. Артабан институттың кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән уҡытыусы, биология, педагогика һәм психология фәндәре факультеттары деканы булып эшләй.
Силәбе педагогия институтында аспирантура тамамлай. 1998 – 2000 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы мөдире, 2000 йылдан әлеге көнгә тиклем – Педагогика институты директоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға