«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ата-әсәләрҙең төп хаталары



03.10.2019 Ата-әсәләрҙең төп хаталары


“Һайлауҙа тулы ирек”
Хәҙер күп ата-әсә, бала үҙаллы булһын өсөн, һайлауҙа тулы ирек биреү дөрөҫ, тип һанай. Ә ысынында, балаға ҡарар ҡабул итеү – оло көсөргәнеш. Уларҙың күбеһе быға әҙер түгел.

Маҡтау
Баланы һәр саҡ маҡтап тороу – оло хата. Бындай мөхиттә үҫкән балалар, дәртләндереү булмаһа, бер ни ҙә эшләргә теләмәй. Һәр саҡ маҡтап тороу бәйлелек тыуҙыра.

Артыҡ иркәләү

“Баламдың киләсәге ниндәй булыр, билдәһеҙ. Туйғансы иркә­ләнеп ҡалһын”, – ти ҡайһы берәү­ҙәр. Артыҡ иркәләнеп үҫкән балала, бәхетле булыу өсөн ни бары һине яратыуҙары етә, тигән ҡараш барлыҡҡа килә.

Артыҡ йөкләмә

Күптәр, бала ни тиклем күберәк түңәрәк-секцияларға йөрөй, шул тиклем яҡшыраҡ, тип уйлай. Йәнәһе, насар компанияларға, ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаясаҡ. Һөҙөмтәлә, бала “янып бөтөү” синдромына юлыға, йәки тиҙ ярһыулыҡ өйәнәктәренә дусар була.

Дини тәрбиә
Ҡайһы бер ата-әсәләр тәрбиә эшендә ҡәтғи дини ҡағиҙәләрҙе генә файҙалана. Әгәр ҙә бала берәй тапҡыр ата-әсәнең йәки дин әһел­дәренең дини ҡағиҙәне һанламауын күрһә, был тәрбиә системаһы бер миҙгелдә үк юҡҡа сығасаҡ.

“Уңайһыҙ” темалар

Беҙҙең ата-әсәләр балалары менән енси мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләшергә ояла. Әлеге темаға аралашыу булмаһа, бала был хаҡта ҡыҙыҡһынмаясаҡ, тип уйламағыҙ. Үҫмерлек осорона ингәс ипләп кенә аңлата башлау зарур.

Саманан тыш тәнҡит
“Ата-әсәһе ҡырыҫ булған балалар, тәнҡиттән ҡурҡып, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла. Ошо сәбәпле улар оло уңыштарға өлгәшә”, тигән фекер дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә кескәй генә уңышһыҙлыҡҡа осраһа, бала үҙ-үҙен күрә алмай башлаясаҡ. Хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барып етә.

Оялыу, битарафлыҡ, янау
Балаға бер ҡасан да: “Был ҡылығың өсөн миңә ныҡ оят булды. Бүтән һин миңә кәрәкмәйһең”, – тип әйтергә ярамай. Шаяртып ҡына йәки уйламайынса әйткән һүҙҙәр арҡаһында һеҙҙең аралағы яҡын­лыҡтың юҡҡа сығыуы бар.

Иртә өлкәнәйеү
Бәләкәйҙән үк бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен ҡарарға мәжбүр бул­ған, күберәген үҙ-үҙен хәстәр­ләргә дусар ителгән кеше киләсәктә үҙе атай йәки әсәй булырға теләмәй, имеш.

Киске ғәҙәттәр

“Көнөң нисек үтте? Нимә оҡша­ны йәки оҡшаманы?” кеүек һорауҙар бала өсөн мөһим. Шулай уҡ бәләкәйҙәргә китап уҡыу бик файҙалы. Атай-әсәй китап уҡыған­да, бала үҙен тыныс тота, хыялын эшкә егә, креатив һәм логик фекерләргә өйрәнә.
Шулай уҡ бала тәрбиәләүҙә гаджеттарҙы саманан тыш ҡул­ланыу, гелән баланың күңелен асыу, артыҡ ныҡ хәстәрләү, ашауҙы контролдә тотмау, ҡул күтәреү кеүек күренештәр кире тәьҫир итә.
(Психолог Марк Лири китабынан).





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға