«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Баш ҡала иң көслө уҡытыусыһын һайлай



01.02.2011 Баш ҡала иң көслө уҡытыусыһын һайлай

Бөгөн М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла «Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы – 2011» конкурсын асыу тантанаһы үтте.
Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» исеменә 55 конкурсант дәғүә итә. Конкурста ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр күрһәтергә, синыфтан тыш саралар үткәрергә, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡ­лашыр­ға тура киләсәк. Бынан тыш, уҡытыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, лекция менән сығыштар, дебаттар көтә. Конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.
Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының мәғлүмәт-белем биреү порталы менән ҡулланыусылар «Иң яҡшы инновацион проект» өсөн интернет аша тауыш бирә ала. Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы конкурсы беренсе тапҡыр 1997 йылда ойошторола. Шул ваҡыттан алып унда барлығы 800-ҙән ашыу уҡытыусы үҙен һынап ҡарай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға