«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғариф яңылыҡтары



18.01.2011 Мәғариф яңылыҡтары

Уҡыусыларҙың олимпиадаһы башланды

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы башланды. Уларҙа республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларының 9 – 11-се си­ныф уҡыусыларынан 2800 уҡыу­сының ҡатнашыуы көтөлә. 2010 йылда иһә олимпиадала 2328 уҡыу­сы ҡатнашҡан. Олимпиа­да 21 фән буйынса үткәрелә. Тәүге һынауҙар 13 ғинуарҙа физика, технология һәм немец теле буйынса үтте.
17 – 18 ғинуарҙа уҡыусылар биология һәм инглиз теле буйынса көс һынаша. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы 5 февралдә тамамланасаҡ. Был көндә уҡыусылар астрономия, әҙәбиәт, физкультура һәм иҡтисад буйынса ярышасаҡ. Яҙ көнө иң көслө уҡыу­сылар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында республиканың намыҫын яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, 2010 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары һаны буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде.


Файҙалы ял

Башҡортостандан 20 бала «Орленок» Бөтә Рәсәй ял үҙәгендә ял итә.
Иң әүҙем һәм һәләтле уҡыусыларға путевканы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы бүлгән. Үҫмерҙәр өсөн ике тематик программа әҙерләнгән: «Мин – Рәсәйҙең киләсәге» һәм «Киң мәғлүмәт саралары: һүҙ, фекер, идея». Ойоштороусы­лар фекеренсә, бындай сменалар уҡыусыларға артабан профессиональ йүнәлеш алыу өсөн тейешле белем бирә. Унда Башҡортостан уҡыусылары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә балалар ял итә. Смена 8 февралгә тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға