«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Башҡортостан йәш таланттарға бай



08.01.2011 Башҡортостан йәш таланттарға бай

Республикабыҙҙың гимназия- интернаттарында Башҡортос­тан­дың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле балалар уҡый. Унда уларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен асыу һәм үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла. Тап ошолай яңы таланттар асыла ла инде.
Йыл аҙағында ҡасим Дәү­ләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында «Яратам һине, тыуған төйәгем!» ижади конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте. БР Мәғариф министрлығы һәм «Рәсәй» акционерҙар банкыһы тарафынан ойошторолған был бәйгелә еңеүселәрҙе тәбрикләүҙә БР мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, «Рәсәй» акционерҙар банкыһының Өфөләге филиалы етәксеһе Татьяна Эстрина ҡатнашты.
Республика йылына арнап үткәрелгән конкурста төйәгебеҙ гүзәллеген, йылға-күлдәрен, иҫ киткес матур тәбиғәтен, тырыш һәм сыҙамлы халҡын һынландырған 64 эш һайлап алынған.
ҡатнашыусыларҙың йәш айырмалары ла төрлөсә. Улар араһынан 5 – 10 йәшлектәр – 4,10 – 14 йәшлектәр – 37 һәм 15 – 18 йәшлектәр 23 эш тәҡдим итә.
Тамаша конкурста ҡатнашҡан балаларҙы йомшаҡ уйынсыҡтар, тәмле күстәнәстәр һәм бүләктәр менән тәбрикләүҙән башланды. Кисәгә саҡырылған махсус ҡунаҡ – шаян клоун байрамса кәйеф тыуҙырыуға тос өлөш индерҙе.
Шулай итеп, беренсе урынға Эвелина Александрова (Күмертау ҡалаһының 3-сө республика башҡорт гимназия-интернаты), Яна Әхмәтова (ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты), Айҙар Вәлитов (ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты), икенсе урынға Розалия Вәлинурова (ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты), Ишдәүләт Ғүмәров, Алһыу Шәрипова (ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты) лайыҡ булды. Өсөнсө урын Рәүил Әхмәҙиев (Нуриман районының Павловка ҡасабаһы мәктәп-интернаты), Иҙел Талипов, Гөлназ Мирхәйҙәрова, Айһылыу Хәбибуллинаға (ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты) бирелде.
Конкурстың төп бүләге итеп ноутбук әҙерләнгәйне һәм гран-приға Руслан Аҡбашев лайыҡ булды. Шулай уҡ Республика иҡтисад лицей-интернаты директоры Юлай Солтангә­рәевҡа Татьяна Эстрина кәрәкле спорт инвентар­ҙары һатып алыу өсөн 197 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Юлай Салауат улының һүҙҙәренә ҡарағанда, аҡса лицейҙың ике спорт залына төрлө ҡорамалдар, волейбол селтәрҙәре, баскетбол кәрзиндәре, туптар, күп функциялы тренажер, саңғылар һатып алыуға тотоноласаҡ.

Самат ҡОТЛОЕВ,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға