«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Гүзәл – республика еңеүсеһе!



24.10.2014 Гүзәл – республика еңеүсеһе!

Гүзәл – республика еңеүсеһе!Башҡорт халҡының бөйөк яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата республикала һәм шул иҫәптән Баймаҡ районында ла береһенән-береһе үҙенсәлекле, йөкмәткеле саралар ойошторола. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Мостай уҡыуҙары” тип аталған конкурс үтте. БР Мәғариф министрлығы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ойошторған сара Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла уҙғарылды.
Бөйөк яҙыусыға арналған ижади эштәр һәм шиғыр һөйләүселәр конкурсында Башҡортостандың һәр районынан, ҡала­һынан бихисап мәктәп уҡыу­сыһы ҡатнашты. Улар мөһим сарала үҙҙәрен һынап ҡарау бәхетенә өлгәште. Шуныһы ҡыуа­ныслы, ижади эштәр конкурсында Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Гүзәл Сирғәлина беренсе урын яуланы! Уға 2000 һумлыҡ сертификат тапшырылды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ошонан алда Гүзәл Республика көнөнә арналған иншалар конкурсында беренсе урынға лайыҡ булғайны. Фекерләү ҡеүәһе, ижади һәләте менән һоҡландырған ҡыҙҙың киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға