RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәш экскурсоводтар мәктәптә тәрбиәләнә

17.05.2014 Йәш экскурсоводтар мәктәптә тәрбиәләнә

Йәш экскурсоводтар мәктәптә тәрбиәләнәБай тарихлы, хозур тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәре менән бөтә республикаға данлыҡлы Салауат районына һәр ваҡыт ҡунаҡтар теләп килә. Салауат баҫҡан һуҡмаҡтарҙан йөрөп, милли геройыбыҙҙың музейын ҡарап, Рәми Ғарипов үҙ ҡулы менән яҙған шиғырҙарын уҡып, башҡа баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡылар менән танышып, улар батыр еренән бөтмәҫ тәьҫораттар алып ҡайта. Ҡунаҡтарҙың сәфәре ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле үтеүе күп осраҡта экскурсоводтан тора. Шуға ла районда уларҙы әҙерләүгә бик етди ҡарайҙар.

Салауат районында экскурсоводтарҙы бәләкәйҙән әҙерләй­ҙәр. Йыл һайын Салауат Юлаев музейы һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре башҡа яҡтарҙа булмаған үҙенсәлекле экскурсоводтар конкурсы ойоштора. Бында төрлө эҙләнеү-тикшеренеү эштәре менән мәктәп балалары сығыш яһай.
Быйыл да был конкурс йола буйынса Салауат Юлаев музейында үтте. Бында 16 уҡыусы һынау тотто. Һәр уҡыусының сығышы ҡабатланмаҫ булды. Кемдер данлыҡлы яҡташыбыҙҙы сәсән телле шағир итеп танытты, уның шиғырҙарын тасуири ятлап, ҡыҫҡаса һәр береһенә күҙәтеү яһаны. Икенселәр батырҙың тормош һәм яу юлына иғтибарын йүнәлтһә, өсөнсөләр иһә жюри ағзаларын, бәйгеселәрҙе музей буйлап экскурсияға саҡырҙы. Экскурсия барышында уҡыусылар районды, музейҙы, Салауат Юлаевты төплө белеүен күрһәтте.

Иң яҡшы экскурсовод тип Лағыр урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Алтынай Вә­лиева танылды. Зөһрә Ҡазы­ха­нова 1-се урынға сыҡты. Икен­се урынды үҙ-ара Дильдора Хужина менән Диана Бикбулатова бүлеш­һә, өсөнсө урынды Румия Абдуллина, Илнар Зарипов һәм Наталья Давыдова яуланы. Конкурста ҡатнашҡан һәр уҡыу­сыға Почет грамотаһы, китаптар тапшырылһа, еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға ла Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде.
Әйткәндәй, һәр район мәктәптәрендә тиерлек, республикабыҙҙың баш ҡалаһында күпләп музейҙар эшләй. Унда барған эҙләнеү-тикшеренеү, экспонаттар йыйыу эштәренә уҡыусылар­ҙы ла ылыҡтырыу мөһим. Сөнки шулай иткәндә балаларҙың телмәре генә түгел, ә эске донъяһы, рухы үҫә, камиллаша, уларҙа патриотизм тойғолары нығына һәм тыуған еренә һөйөү тәрбиәләнә.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!