RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәлең нисек, уҡыусы?

07.02.2014 Хәлең нисек, уҡыусы?

Ошо көндәрҙә Мәскәү янындағы мәктәптәр­ҙең береһендә булып үткән ҡот осҡос фажиғә барыһын да тетрәндерҙе. Атаһының мылтығынан география уҡытыусыһын һәм полицейскийҙы атып үлтергән уҡыусы хаҡында бәхәстәр ҡыҙғандан-ҡыҙа. Балаларыбыҙға ни етмәй һуң, көндән-көн ҡайҙан ундай ҡанһыҙлыҡҡа өйрәнәләр һәм баш китерлек эштәр ҡылалар, агрессорҙарға әйләнәләр?

Айгөл СӘҒИТОВА-МӨХӨТДИНОВА, Өфө ҡалаһы:
– Бөтәһе лә йәмғиәттән тора, минеңсә. Беҙ шундай вайымһыҙ, шул тиклем матди байлыҡ артынан ҡыуабыҙ, киләсәк быуынға иғтибар етмәй­ҙер ул. Тағы ла, балалар хәҙер элекке замандағы кеүек, был кеше олораҡ минән, тип кемдәндер ҡурҡып тормай, хөкөмгә тарттырыл­ғанда балаларҙың йәше иғтибарҙа тотолоуын да онотмайҙар, уларға бик күп нәмә рөхсәт ителгән кеүек ҡарайҙар. Быныһы мәктәптә эшләгән саҡтағы күҙәтеүҙәремдән. Тик барыбер ғәйеп ололар­ҙа. Кемдер балаһын өйҙә ҡаты теҙгендә тотһа ла, дуҫтары, уҡытыусылары менән үҙ-ара мөнәсәбәтен белмәй. Әле декрет ялындамын, мәктәптә эшләп йөрөгәндә, уҡыусылар менән берәй аңлашмаусылыҡ килеп тыумаһын, тип ҡурҡа инем. Сөнки балаларҙың күбеһе бәйелһеҙ, быға беҙ йәшәгән осорҙоң бик күп күренеше лә сәбәпселер. Минеңсә, хәҙер өйҙә ҡорал булыуы ла бик ҙур хәүеф менән янайҙыр. Бындай йәштә бихисап үҫмер мылтыҡ ярҙамында "геройлыҡ" күрһәтергә теләй.

Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы:
– Ғаилә тәрбиәһе үҙ ағышына ҡуйылған һәм быуындар бәйләнеше өҙөлгән...
Рәмзиә ДИНИСЛАМОВА, Белорет районының Инйәр ҡасабаһы:
– Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, улар бит, һин нимә әйтәһең, шуны тыңлап, ҡабатлап, ауыҙыңдан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе эләктереп алырға ғына тора. Баланың холоҡ-фиғеле, ҡыланыштары иң беренсе ғаиләлә һалына. Әлегә мәктәп йәшенә еткән балам юҡ, шулай ҙа был тетрәндергес хәлдә уҡытыусының ғәйебе юҡтыр тип уйлайым.
Мин, мәҫәлән, балаларыма йәнһүрәтте һайлап ҡына күрһәтәм, ә кемдер үҙенең тәрбиә эшен тулыһынса компьютерға, интернетҡа тапшыра. Тик һуғыш, атыш хаҡында кино, йәнһүрәт ҡарап үҫкән баланың ысын тормошта мылтыҡ менән кешегә атыу нимә менән барып бөткәнен аңламауы ла бар.

Розалия ЗАРИПОВА, Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылы:
– Енәйәт ҡылған баланың отличник булыуын иҫәпкә алғанда, ул тик яҡшы билдә алырға тигән маҡсат менән фанатикка әйләнгән, ахыры. Бәлки, өйҙә насар билдә өсөн уны ата-әсәһе әрләгәндер, “бишле” алһаң, беҙ һиңә тегеһен-быныһын һатып алып бирәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләгәндер. Бер ҡасан да баланы насар билдә өсөн әрләргә ярамай. Уның шәхесен кәмһетеп, алама һүҙҙәр менән битәрләү урынына уҡыусыны дәртләндерә, киләсәккә ышаныс өҫтәй белергә кәрәк. Донъя хәлдәре төрлөсә, еңеү ҙә, еңелеү ҙә була. Күп отличниктарҙың етешһеҙлеге – улар тик еңеүсе булырға, юғары билдә, маҡтау һүҙҙәренә өйрәнә. Саҡ ҡына уңышһыҙлыҡ килеп тыуыу менән был хәлдән сығыу юлын таба алмай баҙап ҡалалар. Ә “икеле”, “өслө” алып ҡараған уҡыусы тормошта әллә ни бирешеп бармай, сөнки уның бындай ауырлыҡтар алдында иммунитеты бар. Иғтибар итһәгеҙ, хәҙерге замана моделе ошоға ҡалып бара: мәктәптә яҡшы уҡығандар донъя көтөүҙә булдыҡһыҙ, ә насар билдәне йыш алыусылар сос, барыһына ла өлгөрә, барлыҡ эшкә тиҙ яраҡлаша. Отличник иһә, мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инеп, бер һөнәргә ҡаплана һәм ошо хеҙмәттән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәй. Диплом алып сыҡҡас, мотлаҡ ошо эште таба алмауҙы бик ауыр кисерә.

Гөлназ ШАҺМАНОВА, Мәләүез ҡалаһы:
– Мәскәүҙәге фажиғә беҙҙең йәмғиәттең һәм мәғариф системаһының проблемаларын көҙгөләге кеүек сағылдырҙы. Ата-әсәләр балаларына бик аҙ иғтибар бүлә, уларҙың проблемалары менән таныш түгелдәр, рухи сәләмәтлеген ҡайғыртмайҙар. Һуңғы оптималләштереүҙәр кире һөҙөмтә генә бирә: кластарҙа 30-ҙар бала, улар­ҙың һәр береһенә индивидуаль ҡараш хаҡында һүҙ ҙә йөрөтөп булмай. Ауылдарҙа ҡыҫҡартыуҙар уҡытыусыны бер юлы бер нисә фәнде алып барыр­ға мәжбүр итә, аҙнаһына 30 сәғәттән дә кәм түгел.
Элек отличниктар почетта һәм абруйлы булды, бөгөн уларҙың бәҫе төшә бара, белемдең дә. Ә БДИ балала күпме стресс тыуҙыра. Быйыл беҙҙең уҡыусылар камералар менән “ҡоралланған” клас­тарҙа, тикшереүселәр, ассистенттарҙың туҡтау­һыҙ күҙәтеүе аҫтында имтихан тапшырасаҡ. Был ғәҙәти булмаған имтихан эҙһеҙ генә үтһен инде, тип теләргә ҡала.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!