RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ

17.01.2014 БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ

БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ
“Теле барҙың – иле бар,
Иле барҙың – көнө бар,
Көнө барҙың – ҡәҙере бар!” –
тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шуға ла телебеҙ ҡәҙерен, бәҫен арттырған матур сараларҙа ҡатнашырға тура килгәндә күңел үҫеп киткәндәй була. 10 – 13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙҙа башҡорт телен яратып өйрәнеүсе таланттар йыйылды. Был көндәрҙә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында 9 – 11-се синыфтар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте. Ул республика һәм төбәк-ара кимәлдә ойошторолдо. Сарала 292 уҡыусы көс һынашты. Күреүебеҙсә, ҡатнашыусылар араһында дәғүәселек көслө булды. Улар араһында күрше төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар ине. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә башҡорт телен яратып һәм ныҡлап өйрәнеүе ҡыуандыра. Шулай уҡ уларға белем биреүсе уҡытыусыларҙың да тырышлығын билдәләге килә.
Өс көн барған ярыш көсөргәнешле үтте. Балалар өс төрлө эш буйынса көс һынашты: инша яҙыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина, тасуири уҡыу. Эштәрҙең күп яҡлы булыуы яҡшы. Сөнки юғары кимәлдә ойошторолған ошондай ярыштарҙа төрлө яҡлап үҫешкән уҡыусыларҙы аса белеү мөһим. Жюри ағзалары билдәләүенсә, Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балтас, Борай, Бөрйән, Илеш, Ейәнсура, Мәләүез, Мәсетле, Хәйбулла, Учалы райондарынан килеүсе уҡыусылар, баш ҡалабыҙ гимназияларында белем алыусылар юғары күрһәткестәргә лайыҡ булған.
Республика һәм төбәк-ара олимпиадаға килеүселәр былай ҙа иң яҡшы һәм талантлы инде – мәктәптәрендә, район кимәлендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр. Шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға килеүсе һәр уҡыу­сыны ғына түгел, улар­ҙы әҙерләүсе уҡытыу­сыларҙы ла тәбрикләге килә. Улар­ҙың һәр бере­һен “тел һағында тороу­сы” тип атап булыр ине. Ярыш­та еңеү­селәр­ҙе ҡотларға килеүселәр ара­һында Баш­ҡор­тостан Республи­каһының мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева ла булды. Уның әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада юға­ры кимәлдә ойошторол­ған, уҡыусыларға лайыҡлы белем бирелгән.
Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың эштәрен бер юҫыҡта ғына баһалап булмай. Мәктәптәр үҙенсәлекле һәм күп төрлө. Ошонан сығып, уҡыусылар дүрт йүнәлешкә бүленеп ярышты. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр, башҡорт мәктәптәре, гимназиялар, лицейҙар һәм сит өлкәләрҙән килеүселәр төркөм-төркөм булып көс һынашты. Һөҙөмтәлә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бик күп уҡыусы һәм уҡытыусы БР Мәғариф министрлығының рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды, призлы урындар яулаусылар бүләктәр ҙә алды.
Төбәк-ара олимпиадала еңеп сығыу еңелдән түгел. Шуға ла ярышта беренсе урын алғандарҙың һәр береһен айырым атап үтке килә. Лайыҡлыларҙы билдәләүҙе уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса иң юғары балл йыйыу­сылар­ҙан башлайыҡ. Бына улар: 9-сы синыф уҡыусылары араһында Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ирина Тимеркәева, 10-сы синыфтар араһында Саҡмағош районының Үрнәк ауылынан Лилиә Зиннәтуллина, 11-се синыфтан Бүздәк районынан Эльвина Хәлиуллина.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында 9-сы синыфтан Илеш районының Этәй ауылынан Юлия Яковченко, унынсыларҙан Ейәнсура райо­нының Иҫәнғол ауылындағы 1-се мәктәптән Алина Кириллова, 11-се синыфтар араһында Октябрьский ҡалаһындағы 9-сы мәктәптән Артур Ғабдуллин иң яҡшылар­ҙан булып танылды. Башҡорт мәктәптәре, гимназиялар, лицейҙар араһында ярыш һәр ваҡыт айырыуса көсөргәнешле бара. Был юлы ла шулай булды. Ошондай мәктәптәр араһында Өфө ҡалаһындағы Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 9-сы синыф уҡыу­сыһы Диана Мөхәмәтйәнова, Стәрле­тамаҡ лицей-интернатының 10-сы синыфы уҡыусыһы Гүзәл Аҙнаева, сығарылыш синыф уҡыусылары араһында Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт ауылынан Нурзилә Усманова иң лайыҡлы­лар­ҙан тип билдәләнде.
Сит өлкәләр бу­йынса туғыҙынсылар ара­һын­да Ырымбур өл­кә­һенең Яңы Сер­геевка райо­нынан Эльвина Зыябә­това, 10-сы синыф уҡыу­сылары араһында шулай уҡ Ырымбур өл­кә­һенең Алек­сандровский райо­нынан Малик Сар­баев беренсе урынды алды. 11-се синыфтар араһында Силәбе районының Арғаяш районы уҡыусыһы Диана Арыҫланова үҙенең иң белемлеһе икәнен раҫланы.
Олимпиада тамамланды һәм лайыҡлылар тейешенсә билдәләнде. Ошондай ярыштар һәр уҡыусы күңелендә сәм һәм ғәм уятырлыҡ булһын һәм артабанғы тормоштарында ыңғай роль уйнаһын.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!