RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге

25.10.2013 Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге

Милли кадрҙар әҙерләү үҙәгеМ. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына 20 йыл тулыуға арналған матур тантанаға республикабыҙҙың йөрәгендә туған телебеҙгә оло һөйөү йөрөткән билдәле шәхестәре, телсе ғалимдар, әҙәбиәтселәр, вуз уҡытыу­сылары, журналистар һәм студенттар саҡырылғайны. Шулай уҡ Төркиә, Ҡаҙағстан, Татарстан, Мордовия, Удмуртиянан һәм Хакас Республикаһынан ҡунаҡтар килде.
– Һеҙҙе университетыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелгән башҡорт филологияһы факультетының юбилейына арналған тантанала тәбрикләүемә бик шатмын. Беҙ бөгөн башҡорт халҡы мәҙәниәтенең, теленең, әҙәбиәтенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге уларҙың йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән кешеләрҙе сәләмләйбеҙ. Бында үҙ халҡының мәҙәниәте өсөн айырыуса яуаплылыҡ тойған шәхестәр йыйылған. 20 йыл күп ваҡыт түгел, әммә факультет ғилми белем биреү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең методик үҙәге булараҡ үҙен аҡланы һәм танытты, – тине, үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, вуз ректоры Рәил Әсәҙуллин.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт филологияһы факультеты 1992 йылда асыла. Был эштең башында йөрөүселәрҙең береһе филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова була.
Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге – Беҙҙең факультеттың башланғысы булып университетта башҡорт филологияһы кафедраһын асыу булды, тип иҫәпләйем. Үҙенә күрә үҙгәртеп ҡороу башланғас, дөйөм тел ғилеме һәм башҡорт теле кафедраһына нигеҙләнеп, башҡорт филологияһы кафедраһы астыҡ. Кафедра булғас, башҡорт студенттары беҙҙең тирәлә йыйыла башланы. Ул ваҡытта филология факультетында рус-башҡорт төркөмө бар ине, 1990 йылда айырым башҡорт төркөмө бул­дыр­ҙыҡ. Башҡорт төркөмөндә студенттар күбәйә башлағас, башҡорт фи­лология­һы факультеты асыу мәсьәләһе өлгөрҙө. Шулай итеп, 1992 йылда үҙ аллы факультет барлыҡҡа килде. Башта ауырлыҡтар ҙа булғандыр, әммә яйлап улар онотолдо. Факультет асылғас та уҡырға төрөк студенттарын алдыҡ. Бына шуның башҡорт студенттарына йоғонтоһо һәйбәт булды. Әле факультеттың эше яҡшы бара, йәш уҡытыусылар күп, улар ошо изге башланғысты матур дауам итә, – тине башҡорт филологияһы факультетының тәүге деканы Фирҙәүес Хиса­митдинова.
Милли кадрҙар әҙерләү үҙәгеАртабан факультет менән төрлө йылдарҙа филология фәндәре кандидаты, доцент Әхәт Вилданов, тарих фәндәре кандидаты, доцент Рияз Маннапов, тарих фәндәре докторы, профессор Ҡәүи Кәримов, филология фәндәре кандидаты, доцент Венер Шәйәхмәтов етәкселек итә. Әле иһә был яуаплы эште филология фәндәре кандидаты, профессор Луиза Сәмситова башҡара. Әлеге көндә бында 35 уҡытыу­сы эшләй, шул иҫәптән 8 профессор, 16 доцент, 3 өлкән уҡытыусы һәм 8 ассистент. Факультетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, шулай уҡ инглиз, төрөк, ғәрәп телдәре уҡытыусылары әҙерләнә. 2012 йылда башҡорт филологияһы факультеты нигеҙендә ТӨРКСОЙ кафедраһы асыла.
Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
Милли кадрҙар әҙерләү үҙәгеИке тиҫтә генә йыл ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты тиҙ арала үҙен уҡыу йортоноң иң көслө факультеттарының береһе итеп танытып өлгөрә. Бөгөн дә ул үҙенең төп маҡсатына – республиканың мәғариф системаһына юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә тоғро ҡала. Уны тамамлаған белгестәр (ә улар 4 меңдән ашыу!) илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәш быуынға туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә. Бөгөнгө студенттар халыҡ-ара конкурстарҙа, олимпиада­лар­ҙа еңеүҙәр яулай.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!