RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бында алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу фекерле, киң эрудициялы егеттәр белем ала

30.12.2012 Бында алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу фекерле, киң эрудициялы егеттәр белем ала

1992 йылдың 1 сентябренән Рәми Ғарипов исемендәге Рес­публика башҡорт гимназияһында башҡорт-төрөк бүлеге эшләй башлай. 1993 йылдың 1 сентябренән ул үҙ аллы уҡыу йортона − Республика башҡорт-төрөк лицейына әйләнә.
Республика башҡорт-төрөк ли­це­йының үҙенсәлектәре байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – лицейға балалар ҡабул итеү тәртибе. Лицейҙың уставы буйынса уҡыу йортона балалар тик конкурс нигеҙендә генә алына. Был уҡыу планының, программаның ҡатмарлы булыуына бәйләнгән, иң мөһиме, барлыҡ тәбиғи фәндәрҙе уҡыу­сылар инглиз телендә уҡый, быны һәр уҡыусы булдыра алмай.
Ул саҡта республика мәғариф министры булып эшләгән Ф. Хиса­митдинова лицей тураһында шундай һүҙҙәр әйткәйне:
– Республика башҡорт-төрөк ли­цейы − заманға ауаздаш уҡыу йор­то ул. Ошо лицейға килгән һайын башҡорт халҡының мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмул­ланың бер шиғыры иҫкә төшә. Бына ниндәй юлдар бар уның шиғырында:
Хәл килһә, төрлө фәнде күргән
яҡшы,
Ғалимдар ҡатарына кергән яҡшы.
Русса уҡып ҡына түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән
яҡшы.
Лицей Аҡмулланың теләген бойомға ашырмаймы ни? Шул шиғырын яҙған саҡта Аҡмулланың киләсәктә бына ошондай лицейҙы күргеһе килгәндер, минеңсә. Белем усағында шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди һәм Абдулҡадир Инандарҙың рухына тоғролоҡ та тәрбиәләнә.
Баш ҡалала Республика башҡорт-төрөк лицейы асылыуы тураһында хәбәр Башҡортостанда тиҙ таралды. Яңылыҡты халыҡ төрлөсә ҡабул итте, хуплаусылар ҙа, ҡабул итмәүселәр ҙә байтаҡ ине. Яңы уҡыу йорто тураһында мәғлүмәт гәзиттә бирелгән ҡабул итеү тураһында иғлан булды. Ләкин был иғландан ғына башҡорт-төрөк лицейының ниндәй уҡыу йорто икәнен аңлау еңел түгел ине. Шуға күптәр алдында шундай һорауҙар килеп баҫты: был ниндәй уҡыу йорто? Мәктәпме ул, әллә мәҙрәсәме? Унда кемде әҙерләйҙәр?
Уҡыу планын ғына алайыҡ: фән нигеҙҙәрен өйрәнеүгә бирелгән 36 сәғәттең (аҙнаһына) 18 сәғәте инглиз телен өйрәнеүгә бүленгән. Был хәл уҡыусыларға ла ныҡ тәьҫир итте. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: лицейҙа сит илдән килгән, русса ла, башҡортса ла аңламаған уҡытыусылар уҡыта, уҡытыу тик инглиз телендә алып барыла, өҫтәлдәрҙә донъяла танылған Кембридж һәм Оксфорд нәшриәттәрендә баҫылған дәреслектәр ята. Бер-ике айҙан малайҙар уҡытыусылар менән инглиз телендә аралаша башлай. Лицейҙа, башҡа телдәр менән бер рәттән, Рәсәй халҡының аралашыу теле булған рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу ҙа үҙенең лайыҡлы урынын алып торҙо.
Төрөк лицейында тәрбиә эшенең беренсе планға ҡуйылыуы, уға ҙур иғтибар бирелеүе күҙгә ташланып торҙо. Төрөктәр малайҙарҙы тәрбиәләүҙең бар яҡтарына ла иғтибар итте, ләкин беренсе һанда әхлаҡ тәрбиәһе булды.
Тәүге йылдан барлыҡ оло байрамдар билдәләнеп килде, таныл­ған кешеләр менән осрашыуҙар үткәрелде. Йыл һайын уҡытыусылар көнөндә уҡыусылар уҡытыусыларын һәм тәрбиәселәрен ихлас күңелдән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. Милли һәм мосолман дини байрамдары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был байрамдар балаларҙа кешелек сифаттарын тәрбиәләй, эшләгән эштәрең өсөн выжданың алдында яуап бирергә, үҙеңде һәм яныңдағыларҙы яратырға, күңелең һәм йәнең менән бөтәһенә лә риза булып йәшәргә өйрәтә.
Лицей уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре тәрбиә мәсьәләләрен тик ата-әсәләр менән берлектә генә уңышлы хәл итеп булыуын яҡшы аңлай. Шуға улар был йүнәлештә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләне. Башҡа мәктәптәрҙәге кеүек, дөйөм, синыф ата-әсәләр йыйылыштары, ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләүҙең көнүҙәк проблемаларына арналған конференциялар йыш үткәрелә. Ата-әсәләр ҡат­нашлығында төр­лө конкурстар ҙа була.
Башҡортостанда Рес­пуб­лика башҡорт-төрөк лицейының тәүге директоры Хөсәйен Шенгунды иң йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алалар. Хөсәйен бей коллективҡа төрлө ҡыҙыҡлы идеялар биреүсе һәм ошо ысулдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һалған етәксе булды. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ул һәр уҡыусыһын исеме менән белә, улар­ҙың һәр береһе тураһында хәстәрлек күрә ине. Шуға ла балалар уны тәрән ихтирам итте.
1997 йылда лицей директоры итеп Марат Хафизов тәғәйенләнә. Уны коллективта бик яҡшы ҡаршы алалар.
Йылдан-йыл лицей үҫте, киңәй­ҙе, уҡытыусылар коллективы ҙу­рай­ҙы, уҡыусылар һаны артты, уҡыу йортоноң абруйы күтәрелә барҙы.
Таһирйән Мөхәммәт улы Ғәниев директор булып эшләгән осорҙа лицейҙың эш кимәле яңы баҫҡыс­ҡа күтәрелде, педагогик коллективтың эш сифаты һиҙелерлек яҡшырҙы. Яңы етәкселек күп милләтле педагогик коллектив алдына тыуған иленә тоғро, дәғүәселек шарттарында еңеп сығырлыҡ, баш­ҡаларҙы аңлай, кәрәк саҡта ярҙамға килә, бер-береһенең ың­ғай тәжрибәһен файҙалана белгән йәштәрҙе тәрбиәләү бурысын ҡуйҙы.
Белем усағында тәрбиә эшенең традицион, стандарт формаларынан баш тартып, яңы формаларға өҫтөнлөк бирелде. Шуларҙың береһе “Майҙан” ине. Был сараларға халҡыбыҙҙың сағыу шәхестәре, төрлө профессия кешеләре саҡырыла торғайны. Улар араһында шағир һәм яҙыусылар Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Рәшит Шәкүр, ғалимдар Фәнил Фәй­зул­лин, Әнүәр Әсфәндиәров, Вадим Сафин, артистар Рәшиҙә Туйсина, Нәзифә ҡадирова, Азат Айыт­ҡо­лов, йәмәғәт эшмәкәре Хәбир Ишкин һ.б.
Ул йылдарҙа балаларҙың һәләтен асыуға, артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән түңәрәктәр ҙә күп эшләне. ҡурай түңәрәге менән оло йәштәрҙәге Рауил Мәғ­рү­пов етәкселек итте. Бейеү түңәрәге етәксеһе булып Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы, филармония солисы, танылған бейеүсе Әнүәр Ишбирҙин килде. ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бейеүгә һәләте булған малайҙарҙы табып, улар менән көнө-төнө эшләп, бер нисә бейеү һалды.
Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы лицей тормошона ныҡлап килеп инде.
Белем көнө, һуңғы ҡыңғырау, сығарылыш кисәһе балаларҙың күңелендә айырыуса тәрән эҙ ҡалдыра. Бының өсөн лицейҙа мөмкин булғандың бөтәһе лә эшләнә. Махсус әҙерләнгән сценарий буйынса уҡыусылар, шулай уҡ уҡытыусы һәм тәрбиәселәр ҙә әкиәт һәм легенда геройҙарына әйләнә. Иң әүҙемдәргә "лицейҙың халыҡ ша­ғиры", "халыҡ композиторы" тигән һәм башҡа исемдәр бирелә.
Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр лицейҙа үткәрелгән һәр сарала патриотик һәм рухи тәрбиә би­реүҙе беренсе планға ҡуя. Уҡыу­сылар М. Ғафури исемендәге Баш­­ҡорт дәүләт академия драма, М. Кәрим исемендәге Мил­ли йәштәр театрҙарының спектаклдәренә, филармония концерттарына, төр­лө музейҙарға, күргәҙмәләргә йыш йөрөй.
Баланы тәрбиәләгәндә ғаилә менән тығыҙ бәйләнештә генә ың­ғай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлеген лицейҙың педагогик коллективы яҡшы аңлай. Ошо маҡсаттан ата-әсәләр йыйылышы, ғаилә тәрбиәһенә ҡағылған конференциялар, ата-әсәләр ҡатнашлығында төрлө конкурстар йыш ойошторола.
2000 йылда Республика баш­ҡорт-төрөк лицейына ике синыфҡа ҡыҙҙар ҡабул ителде. Был төркөмдәрҙә ҡыҙҙарға ғына хас булған матур сифаттар тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйылды. Улар ҙа лицей тормошоноң бар эшендә әүҙем ҡатнашты, унауһы уҡыуын алтын миҙалға тамамланы.
Билдәле булыуынса, лицейҙа дүрт фән – математика, физика, химия, информатика инглиз телен­дә алып барыла. Дәрестәр Оксфорд университеты сығарған дәреслектәр һәм әсбаптар буйынса уҡытыла. Дәрестә уҡытыусы менән уҡыусы тик инглиз телендә генә һөйләшә. Йыл һайын март айында лицейҙа инглиз теле аҙналығы үткәрелә. Йыл һайын конкурс нигеҙендә 9-сы синыфты уңышлы тамамлаған ике-өс уҡыусы Аме­рикаға уҡырға китә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!