RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Уҡытыусыларға башҡа бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек иғтибар һәм ихтирам юҡ»

05.10.2012 «Уҡытыусыларға башҡа бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек иғтибар һәм ихтирам юҡ»

«Уҡытыусыларға башҡа бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек  иғтибар һәм ихтирам юҡ»
Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә иң яҡшы уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте
Республикабыҙҙан 37 уҡытыусы «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә РФ Президенты грантына, республикабыҙҙың дәүләт теле уҡытыусыларынан 50 кеше Башҡортостан Хөкү­мәте грантына һәм 25 йәш белгес быйыл ғына булдырылған йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү грантына лайыҡ булды. Башҡортос­тандың иң яҡшы уҡытыусыларын мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡо­рол­тай депутаты Эльвира Юны­сова тәбрикләне.
– Башҡа бер ерҙә лә уҡытыусыларға беҙҙәге кеүек иғтибар юҡ. Төрлө конкурстар уҙғарыла, йомғаҡлау тантанаһында унда ҡатнашыусылар өсөн матур байрам ойошторола, еңеүселәрҙе сәхнәгә сығарып, ололап бүләкләйҙәр. Бынан тыш, уҡытыусылар өсөн бик күп премия булдырылған, – тине «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә Рәсәй Прези­денты грантына лайыҡ булыусы, Салауат районының Лағыр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Ситдиҡова. Әйткәндәй, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы – 2008» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Венера Ситдиҡованың да хеҙмәте бер нисә тапҡыр оло баһаға лайыҡ була.
– Беҙҙең мәктәп ҙур, бөтәһе 170 бала уҡый, ике филиалыбыҙ ҙа бар. ҡулайлаштырыу шарттарында башҡа мәктәптәр араһында юғалып ҡалмаҫ өсөн коллектив ең һыҙғанып эшләй. Йыл һайын яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынсамы, йә башҡа конкурстарҙа район буйынса алдынғы урындарҙы биләп киләбеҙ. Белемле, һау-сәләмәт һәм төрлө яҡтан үҫешкән балалар тәрбиәләү өсөн белем усағыбыҙҙа бөтә шарттар ҙа бар, – тип һөйләй ул үҙҙәренең мәктәп тормошо хаҡында.
«Уҡытыусыларға башҡа бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек  иғтибар һәм ихтирам юҡ»
Хәйбулла районы Аҡъяр 2-се урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Линиза Мөлҡаманованың педагогик стажы 20 йыл. 2007 йылда ул үҙенең райо­нында «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеү яулап, республика кимәленә ярышҡа сыға. Бында «Дәрес – күңел шиғриәте» номинацияһында еңеүсе була, былтыр «Уҡытыусы-оҫта» республика конкурсында еңеүгә өлгәшә. «Белеүемсә, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн, уҡытыусының үҙенең генә түгел, уҡыусыларының да олимпиадаларҙа, йә башҡа конкурстарҙа һөҙөмтәләре булырға тейеш. Башланғыс синыфтарҙа ниндәйҙер һөҙөмтәләр күрһәтеп буламы һуң?» – тип ҡыҙыҡһынам.
– Әлбиттә, була. Хәҙер бит башланғыс синыф уҡыусылары араһында ла төрлө конкурстар бар. Мин балаларҙы 1-се синыфтан уҡ әҙерләй башлайым. Маҡсатҡа ярашлы эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда, эшеңдең һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәй, – ти ул.
– Хеҙмәтеңде ошолай ҙурлап баһалауҙары – оло ҡыуаныс, әлбиттә. Әммә мин гел генә ата-әсәләрҙең, уҡыусыларыңдың рәхмәте – уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа, тип иҫәпләйем, – тип үҙенең уй-кисерештәре менән дә уртаҡлашты.
Грант алыусылар араһында иң йәше, моғайын, Йылайыр районының Һабыр мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Рөстәм Дилмө­хәмәтов булғандыр. Мәртәбәле конкурста еңеүгә уға йәшлеге лә, тәжрибәһеҙлеге лә ҡамасауламаған.
– Әлбиттә, еңермен тип уйламаным, грант алыу өсөн тағы бер нисә йыл эшләргә тура килер, тигәйнем. Ғөмүмән, быйылғы йыл минең өсөн уңышлы булды, «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында еңеүсе булдым. Йәштәр мәктәпкә барып, ике-өс йыл эсендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, бар көсөн һалып эш­ләһә, яҡшы эш хаҡы ла аласаҡ, хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланасаҡ, – ти ул.
Рөстәм Ришат улы ғилми-ғәмәли кәңәшмәләрҙә, интернет-конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша, ауыл советы депутаты ла икән.
2007 йылдан Халыҡ-ара уҡытыу­сылар көнө алдынан республикабыҙҙың дәүләт теле уҡытыусыларына ла гранттар тапшырыла. Милләтебеҙҙең йөҙө булған башҡорт теле уҡытыусыларынан Стәрлебаш районының Перво­майский ҡасабаһынан Гөлнара Бәхтиәрова, Күгәрсен районының Воскресенское мәктәбенән Эльви­ра Аллабирҙина, Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһынан Гөлшат Алғышаева ла бүләкләнеүселәр исемлегендә ине.
– Хеҙмәтебеҙҙең ошолай юғары кимәлдә баһаланыуы – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс, ул беҙгә мәртәбә өҫтәй, эшкә рухландыра. Милләтебеҙҙең йөҙө булараҡ, беҙгә – башҡорт теле уҡытыусыларына – һәр яҡтан алдынғы булырға кәрәк, – ти улар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!