RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр йәйге ялында ял итмәйәсәк

28.05.2011 Йәштәр йәйге ялында ял итмәйәсәк

Уңған егет-ҡыҙҙар Сочи, Анапа, Геленджик, Сахалин яҡтарына эшкә китәсәк
Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарына тиклем илдәге һәр төҙөлөштә, һәр баҫыуҙа тиерлек шаулап торған студент отрядтарының әһәмиәте тураһында бөгөн йыш телгә алына, бындай штабтарҙы тергеҙеүҙең актуаллегенә лә баҫым яһала.
Башҡортостандың һөнәри уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәр студотрядтар­ға йылдан-йыл күберәк ылыға бара. Сираттағы уҡыу йылы тамамланыуға барғанда бик күп егет һәм ҡыҙҙар йәйге ялында, ошондай төркөмдәргә тупланып, ҡайҙалыр эшләргә йыйына. Баш­ҡорт дәүләт аграр университетында «Студент отряды – тормошҡа юл» программаһына ярашлы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан студент төҙөлөш отрядтарын үҫтереү буйынса бүленгән грант сығымдарына студотрядтар­ҙың буласаҡ коман­дир­ҙарын һәм ағзаларын уҡытыу курсы ойошторолдо. Унда 120-нән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнашты.
Семинарҙы үткәреү урыны итеп был вуз юҡҡа ғына һайланмағайны. БДАУ «Колос» студент хеҙмәт отряды менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, ул республикала бер нисә йыл рәттән иң яҡшылар иҫәбендә йөрөй. Уның етәксеһе Фаил Ғәлләмов эш тәжрибәһе тураһында һөйләне, йәйгелеккә ҡуйылған бурыс­тарҙы барланы. Республиканың төрлө төбәгенән йыйылған студотрядтар коман­дир­ҙары алдында БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин да сығыш яһаны.
Курста ҡатнашыусылар студент отрядтары эшмәкәрлегенең хоҡуҡи аспекттары (аграр университеттың хоҡуҡ кафедраһы доценты А. Яхина сығышы), эш барышында хәүефһеҙлек саралары (экология һәм хәүефһеҙлек кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Р. Хуссамов) хаҡында ентекле мәғлүмәт алды. Бынан тыш, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтә белеүҙең мөһимлеген иҫәпкә алып, был турала ла йөкмәткеле сығыш булды.
Республика студент отрядтары штабы рәйесе Руслан ҡанбулатов әйтеүенсә, әле отрядтар туплау дауам итә, йәштәр Сочиға, Анапа, Геленджик, Сахалин яҡтарына эшкә китәсәк.

Әйткәндәй

«Колос» отряды хеҙмәт семестрын башланы ла инде, уларҙың бер төркөмө баш ҡаланың Дим, Затон, Сипайлово биҫтәләрендә торлаҡ йорттарҙа электр ҡорамалдарын монтажлауҙа ҡатнаша. БДАУ-ның уҡыу-фәнни үҙәгендә лә «Игенсе» отряды эшләй. Быйылғы йәйҙә «Колос» составында 1200 тирәһе студент эшләргә теләк белдергән. Улар төрлө йүнәлештәге 70 отряд­ҡа бүленә. Сочиҙағы Олимпиада объекттарын төҙөүҙә лә ҡатнашасаҡтар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!