RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Белем алыу диплом алыу түгел

26.04.2011 Белем алыу диплом алыу түгел

Рәсәйҙәге туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар халыҡтың теңкәһенә тейеп бөттө инде. Ниндәй генә өлкәне алма, ике тиҫтә йылдан ашыу өҙлөкһөҙ реформалар бара. Берәүһенең дә ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләрен күргән юҡ әле. Халыҡта иң көслө шаңдау уятҡаны – Андрей Фурсенко етәкләгән мәғариф өлкәһендәге реформа. Йәнәһе, советтар заманынан ҡалған система баҙар иҡтисадына ярашлы кадрҙар әҙерләмәй. Әгәр беҙҙең белгестәр насар белемле булһа, күпләп сит илдәргә китеп эшкә урынлашмаҫ ине. Билдәле банкир Лебедев советтар заманында бирелгән белем кимәле тураһында юғары фекерҙә, ә һуңғы йылдар­ҙа белем алған кешеләрҙең кимәле тураһында «кошмар» тип хайран ҡала. Баҙар иҡтисадына күсеү, бер яҡтан, совет системаһы тәрбиәләгән белгестәрҙең үҫешкән илдәргә күсеп китеүенә, ә, икенсе яҡтан, улар­ға алмашҡа түбәнерәк квалификациялы гастарбайтерҙар килеүенә булышлыҡ итте.
Хәҙерге ваҡытта вакансияларҙың етмеш проценты – эшсе профессиялары. Йәштәр эшсе булырға теләмәй. Эшсе һөнәренә уҡып белем алған йәштәрҙең 20 проценты эшкә урынлашыуға ҡарағанда хеҙмәт биржаһында иҫәптә тороуҙы өҫтөн күрә. Ошо арҡала эшселәрҙең уртаса йәше 40 – 50 йәшкә барып етте. 2010 йылда эшселәрҙең уртаса эш хаҡы 17 мең һум тирәһе тәшкил итте. Хәҙер профессиональ-техник уҡыу йорттарында 2 миллион самаһы кеше белем ала. Уларҙы тамамлағандарҙың тик 15 проценты ғына үҙ специальносы буйынса эшләй.
2011 йылда мәғариф системаһына 500 миллиард һум аҡса бүленгән. Был илдәге тулайым продукттың 4 – 5 процентын ғына тәшкил итә. Миҫал өсөн, Финляндияла 16 (әйтергә кәрәк, унда сит ил студенттары ла бушлай белем ала), Евросоюзда – 7 – 8 процент.
Мәғарифҡа үгәйһетеп ҡарауҙы Борис Ельцин башлап ебәрҙе. Президент булырға тырышып йөрөгән сағында, уҡытыусыларҙың эш хаҡын илдәге уртаса эш хаҡынан юғарыраҡ итәм, тип алданы. Уҡытыусылар үҙҙәре ғәйепле: уның реаль булмаған вәғәҙәһенә ышандылар. Әйтәйек, 2009 йылда Рәсәйҙә уртаса эш хаҡы 18 мең һум булһа, уҡытыусылар 1З мең һум алды. Былтыр беренсе күрһәткес 21 мең һумға етһә, уҡытыусыларҙыҡы шул уҡ кимәлдә ҡалды. Был аҡсаға тик үҙ эшенең фанатиктарының йәки башҡа эш урыны таба алмағандарҙың ғына эшләргә риза икәне көн кеүек асыҡ. Бөгөн Владимир Путин да Ельциндан ҡалышмаҫҡа тырыша. 5 апрелдә үткән Рәсәй хөкүмәте ултырышында ул уҡытыусыларҙың эш хаҡын төбәктәге уртаса эш хаҡы кимәленә еткереү бурысын ҡуйҙы. Дәүләт етәкселәренең уҡытыусылар тураһында хәстәрлеге матур һүҙҙәрҙән артмай. Уларға булған мөнәсәбәт бәйҙә торған малға тиң – үлмәҫлек кенә ем бирәләр ҙә, юғары сифатлы продукция талап итәләр.
Министр Андрей Фурсенко етәкләгән реформа ла алдынғы ҡарашлы йәмәғәтселектә урынлы ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Нисә йыл инде ил етәкселәре юрист һәм иҡтисадсыларҙы кәметергә, ә инженерҙарҙы арттырырға маташа. Сколковолағы инновацион үҙәк төҙөү ҙә ошоно маҡсат итеп ҡуя. Тиҙҙән берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас, абитуриенттар тағы ла ошо ике приоритетты һайлаясаҡ. Был турала социологик тикшеренеүҙәр һөйләй. Ата-әсәләрҙе юғары хаҡтар ҙа әллә ни ҡурҡытмай. Вуздар гуманитар факультеттарҙа уҡыу хаҡын йыл да күтәрә бирә. Дәүләт органдары гуманитар специальностар иҫәбенә техник йүнәлештәр буйынса бюджет урындарын арттыра бара. Әммә хатта иң яҡшы техник вуздарға барған абитуриенттарҙың БДИ балдары түләүле гуманитар факультеттарҙыҡына ҡарағанда ла тиҫтәләгән берәмеккә кәмерәк. Вуздарға хәҙер ябай процентты таба белмәгән уҡыу­сылар килә. Фурсенко үҙе әйтә – студенттарҙың өстән бер өлөшөнөң вузда уҡырлыҡ тейешле белеме юҡ. Диплом алыу өсөн уларҙың ата-әсәһе төрлө законһыҙ юлдарға баҫырға мәжбүр. Әхтәм Әбүшаһманов Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыған студенттар тураһында: «Уларҙың күбеһенең фекерләү кимәле өс класты тамамлаған баланы хәтерләтә. ... Башҡа ергә уҡырға инә алмағандар кеүек фекер ҡала», – ти. ВЦИОМ социологтарының тикшереүе буйынса өс кешенең берәүһе, ҡояш Ер шары тирәһендә әйләнә, тип уйлай. Үткән быуаттың 50 – 70-се йылдарында мәктәптә уҡығандарҙың һәм бөгөнгө йәштәрҙең белем кимәлен сағыштырып та булмай – өҫтөнлөк бер һүҙһеҙ оло быуында.
Дмитрий Медведевтың бөгөнгө йәш быуынға инженер булырға өндәүе йәмғиәтте ышандырып бөтмәй. Уның өгөтө генә түгел, бойороҡтарының күпселеге тейешенсә үтәлмәй.
Юрист дипломы менән йылы урын таба аласағына ныҡлы ышанысы булған кеше инновацион иҡтисад төҙөү тигән маҡсатты юҡҡа сығара. Хәҙерге ситуация йәмғиәтте ике ҡапма-ҡаршы өлөшкә бүлергә мәжбүр итә: байҙарҙың балалары – юрист, менеджер, банкир һ.б. Ә ярлыларҙыҡы инженер буласаҡ. Был осраҡта модернизация тураһында бөтөнләйгә оноторға тура киләсәк. Рәсәй былай ҙа юристар дәүләтенә әйләнеп бара. Был тиклем юристарға эш булһын өсөн РФ Дәүләт Думаһы депутаттары яңынан-яңы закондар, уларға өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереүҙән бушамай.ҡайҙа ҡарама, донъя адвокаттар, нотариустар, приставтар менән тулды. Рәсәй парламенты закондар сығарыу фабрикаһына әйләнде. Хоҡуҡ фәндәрен уҡытыусы, яңы нормалар артынан өлгөрмәйбеҙ, тип зарлана – ҡайҙан ул судьялар, адвокаттар өлгөрһөн... Депутаттар шул тиклем оҫтарып алды, алдан уҡ үтәлмәҫлеген белә тороп, закондар ҡабул итәләр. Миҫал итеп 1998 йылда сыҡҡан коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы законды килтерергә була. Был закон исем өсөн генә ҡабул ителде, ысынбарлыҡта уның бер генә нормаһы ла үтәлерлек тип әйтерлек түгел. Ул ғына түгел, коррупцияға ҡаршы көрәшеү уның сәскә атыуына килтерҙе. Полиция тураһындағы закон да шул рәттә тора. Уҡыу-уҡытыу өлкәһен реформалаусы эшмәкәрҙәр халыҡҡа уның ысын маҡсатын әйтергә ҡурҡа. Бөгөн Рәсәй донъяның сеймал сығанағына әйләнгән саҡта, бер Көнбайыш сәйәсмәненең беҙҙең илгә, ун меңләп самаһы нефть һәм газ скважиналары, торба үткәргестәр операторҙары етә, тигәне дөрөҫкә сыға. Уларға юғары белем кәрәкмәй. Ленин бабай­ҙың «Уҡырға, уҡыр­ға һәм уҡырға!» тигән лозунгыһын рәсми рәүештә һыҙып ташлар­ға кәрәк. Ә хәҙер исем өсөн генә барған дискуссияның (ниндәй предметтарҙы мотлаҡ рәүештә өйрәнергә һ.б.) властың халыҡ иғтибарын икенсе яҡҡа йүнәлтеү өсөн генә ойошторолған маневры икәнен аңлар­ға ваҡыт. Бөтә кешене вуз дипломлы итеү – халыҡты алдауҙың иң ябай ысулы. Кеҫәңдә диплом ятыу менән, башыңда тейешле белемең булмаһа, ни файҙа? Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ – «юғары» тигән һүҙҙең төшөнсәһенән тыш, тимәк, «урта» һәм «түбән» тигәндәре лә булырға тейеш бит инде. Әгәр ҙә бөтә кешелә вуз дипломы булһа, юғары белемле кешене айырып булмаясаҡ. Юғары белемдең бәҫе төшөп бара. Был сәйәсәт бөтә халыҡты дипломлы итеп, белемһеҙ ҡалдырыуҙа тора. Уны дөрөҫләп торған факт – ялған дипломдар һатыу. Был алама күренеште бөтөрөү өсөн артыҡ нәмә кәрәкмәй. Тик власть өсөн айырма юҡ, ялған дипломдың ысын баһаһы биш йыл буйына вузда йөрөп алған ҡатырғаға тиңләшеп бара. Вуздар ҙа ялған диплом һатып торған субъектҡа әйләнә. Криминаль эш рәсмиләштерелә: ялған диплом һатып алып тотол­ғансы, уҡыу өсөн түләп, рәсми диплом хужаһы булаһың. Халыҡ та быны аңлап, биш йыл ваҡытты әрәм иткәнсе, дипломды һатып алыуҙы өҫтөн күрә. Полиция сафтарында барған аттестацияла меңдән ашыу ялған диплом табылған.
Был хәлдән сығыуҙың бер юлы бар – бөтә кимәлдәге белем биреү бушлай булырға тейеш. Швеция, Норвегия, Франция, Чехиялағы һымаҡ. Тик шул осраҡта ғына иң һәләтлеләр генә тейешле белем аласаҡ. Ә вуздар уҡырға теләмәгән, уҡыр­ға һәләте булмаған студенттар­ҙан ҡотоласаҡ.

Илдар ҒӘБИТОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!