RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәктәбемде төштәремдә күрәм

05.02.2011 Мәктәбемде төштәремдә күрәм

Ярты быуат... Илле йыл ғүмер! Ул замандарҙа тантаналы теҙелеү, һуңғы ҡыңғырау кеүек байрам атрибуттары юҡ ине әле. Ләкин мәктәп һабаҡтарын үтеү, синыфташтарың, уҡытыусыларың менән хушлашыу тормошоңдоң тәүге этабына нөктә ҡуйыу тип ҡабул ителә алалыр.
Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбен алты ҡыҙ һәм биш малай тамамлап сыҡтыҡ. Әйткәндәй, мәктәбебеҙ, Асҡарҙыҡынан ҡала, районда урта мәктәп булараҡ икенсе булып асылған. Элегерәк, урта түгел, ете йыллыҡ мәктәптәргә лә тирә-яҡ ауылдарҙан йөрөп уҡыр булдылар. Беҙ ҙә Ташбулатҡа Байым, Яңы Балапан, Күсем, Буранғол һәм бүтән ауылдарҙан йыйылып килгәйнек. Аныҡлап әйткәндә, Роза Нурғәлина, Еүәйрә Камалова, мин – ошо ауыл ҡыҙҙары, Ишбикә Утарбаева, Фәрит Мөхәмәтдинов, Бүләкнур Нәбиуллин – Байымдан, Нәҡиә Ғүмәрова – Яңы Балапан ҡыҙы, Клара Ғилманова, Әүхәҙи Мырҙин – Күсем балалары, Батыр Әбдрәхимов – ҡырҡты аръяғында, урман араһында ятҡан Буранғол ауылы малайы. Арыҫлан Рәхимов – Рәхмәт ауылынан. Мин ҡыҙҙарҙың атаһынан бирелгән һәм мәктәпте тамамлағандағы исем-фамилияларын әйтәм. Бер нисә йыл үтеүгә беҙ, ҡыҙҙар, тәбиғи, бүтән фамилияға күсеп, Роза – ҡужәхмәтова, Еүәйрә – Баҙалова, Ишбикә – Фазлетдинова, Тәҡиә – Ғиззәтова, Клара – Аралбаева, мин ҡотлоғәлләмова булып бөттөк.
Мәктәптә үткәргән һәр йыл ғына түгел, хатта һәр аҙна, һәр көн – тарих. Тормош елдәрендә ҡағыла-һуғыла килә, йәшәйештең ахырына күп тә ҡалмаған саҡта синыфташтарың менән үткәргән бер нисә йылды һағынып иҫкә алыу йышая, мәктәбеңә, уҡытыусыларың янына, дуҫ-әхирәттәрең араһына осоп ҡына ҡайт­ҡы килә. Был хис-тойғоларҙа үҙәкте өҙгөс сентименталлек юҡ. Сөнки һағыныу, юҡһыныу, йәшлегеңде идеаллаштырыу – ғәфү итерлек ғәҙәттер.
«Беҙ кем инек, беҙ кем булдыҡ?» – тигән һорауға бик ҡыҫынҡы яуап алдараҡ булыр. Тәүҙә мөғәллимдәребеҙгә рәхмәтебеҙҙе еткерәйек. ҡара наҙан булһаҡ та, шаянлыҡты, үҙ һүҙлелекте ҡуймаған малай һәм ҡыҙҙарҙың мейеһенә – аҡыл, зиһененә мәғрифәт һалыу ағай-апайҙарыбыҙға, ай-һай, анһат булмағандыр. Күпселек бала-сағаның ҡылығы шулай бит: уҡытыусы һиңә белем бирергә, ололар аҡыл күндерергә тырышҡан һайын быға ҡаршылашаһың. Тыңлаусан, күндәм генә уҡыу­сылар, ғөмүмән, буламы икән ул?
Уҡытыусыларыбыҙ Нәҡип Йосоп улы Нәбиуллин менән Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов фронт үткән яугирҙар ине. Шаһиғәләм Булат улы Усманов һуғыш ваҡытында тылда ең һыҙғанып эшләгән. Йәүҙә Мөхәммәт ҡыҙы Бикйәнова, Рәйсә Фәсхетдин ҡыҙы ҡаҙаҡбаева, Рева Шәрип ҡыҙы Бикмәтова апайҙарҙы, Ғәли Усман улы ҡаһарманов, Әкрәм Мөхәммәт улы Сәйәхов ағайҙарҙы һуңғы һулышыбыҙға тиклем хәтеребеҙҙә тотасаҡбыҙ. Ғүмер ағышы туҡтау белмәй, шуға ла уҡытыусыларыбыҙҙан да, синыфташтарыбыҙҙан да юғалтыуҙар күп булды. Иҫәндәребеҙ имен донъяла йәшәйек.
Тормош таҡыр юл түгел һәм бер кем дә уның өҫтөнән күбәләк ише осоп-елпеп кенә үтә алмай. Беҙ ҙә, үҙебеҙгә күрә, ҡыҙыҡһыныусан, һәләтле генә балалар булғанбыҙ. Малайҙар саңғы, волейбол, шахмат менән мауыҡты, хатта райондағы ярыштарҙан буш ҡул менән ҡайтмаҫтар ине. ҡыҙҙар иһә йыр-бейеүгә шәп, концерттар менән тирә-яҡ ауылдарға ла йөрөп алабыҙ. Ә иң мөһиме – бик ихласлыҡ менән уҡыныҡ, төрлө түңәрәктәрҙе ҡалдырманыҡ. Рәхмәтебеҙ: мәктәптән хәтһеҙ нығынып, алда үтер юлдарға дәрт менән сыҡтыҡ. Быларҙы мин һүҙ булһын өсөн генә әйтмәйем. Бер йырҙа: «Атайҙар юлынан беҙ ҙә ҡыйыу үттек...» – тип йырланғанса, беҙ ҙә тормош һуҡмағының ситендә тороп ҡалманыҡ, хәл-мәғлүмәт еткән ҡәҙәр, халҡыбыҙға һәм илгә файҙалы булып йәшәргә тырыштыҡ. Роза менән Еүәйрәбеҙ үҙ мәктәптәрендә башланғыс синыфтарҙа уҡытты. Ишбикә менән Тәҡиә, Башҡортостан кооператив техникумынан һуң, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләне. Клара иһә, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, мәктәптә лә, Республика милли китапханаһында ла хеҙмәт күрһәтте. Әүхәҙи, хәйләһе лә, шуҡлығы ла бер ҡасан да саманан ашмаған малай, армия хеҙмәтен үтеп, Магнитогорск дәүләт педагогия институтынан һуң Ташбулат урта мәктәбендә ялға сыҡҡансы эшләне. Батыр ҙа ошо институтты бөттө һәм Буранғол мәктәбенә ғүмергә тоғро ҡалды. Фәрит иһә – Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлаған кеше. Армия, педагогия һәм медицина училищелары, артабан – Белорет металлургия комбинаты. Уның хеҙмәт юлы шулай һалынды. Бүләкнур байтаҡ йылдар ҡаҙағстан яҡтарында эшләне. Шунда ауыл хужалығы фәндәре кандидаты булды. Хәҙер Өфөлә йәшәй. Үҙем дә йылдарымды еңел-елпе үткәрмәнем, 46 йыл балаларҙы математиканан уҡыттым, шуларҙың утыҙы юғары синыфтарға тура килде.
Тәбиғи, ғаилә, балалар, ейәндәр – һәр беребеҙҙең тормошона мәғәнә һәм йәм биргән шулар бит инде. Әгәр һәр беребеҙҙең бала-сағаһын, ейән-ейәнсәрҙәрен бергә йыйыу форсаты булһа, улар Ташбулат урта мәктәбенең бер синыф бүлмәһенә генә һыйыр инеме икән? Һәр быуын, үткәндәрҙе лә онотмай, бөгөн ҙур тырышлыҡтар һалып, иртәгәне лә уйлап йәшәргә тейеш. Мәктәпте тамамлау ғына етмәй, тормош мәктәбен дә лайыҡлы үтергә кәрәк.

Сания СӘҒИТОВА
(ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВА),

Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Дж. Сорос исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!