RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Баланы нисек йыуатырға?

29.10.2017 Баланы нисек йыуатырға?

Баланы нисек йыуатырға?йәки Һигеҙ “кәйеф витамины”
Баланың кәйефе йыш ҡына насарайып тора. Уға күңел­һеҙ булғанда, арығанда йәки еңмешләнеп илай. Хатта буштан-бушҡа көйһөҙләнергә лә яраталар. Шулай ҙа өлкәндәр өсөн бәләкәстең иламауы мөһим. Ҡайһы бер баланың истерикаһын туҡтатыуы еңел түгел, шуға күрә ул башланмаҫ борон сараһын күрергә кәрәк. Әйҙә илаһын, ялҡһа, үҙе тымыр, тип ҡул һелтәп ҡуйыу дөрөҫ түгел. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, берәй көн үҙегеҙгә лә иларға тура килер. Йыуатыу, әүрәтеү урынына ҙурайған балағыҙҙың битараф ҡына янығыҙҙан үтеп китеүе бар.
1. Илауҙы туҡтатып тороу өсөн “мөһим” эштең булыуын иҫенә төшөрөгөҙ – “Әйҙә һуңынан иларһың, юғиһә ҡояш байып бара, ә беҙ урамда уйнап өлгөрмәйәсәкбеҙ”. Ҡыҫҡаһы, бәләкәстең күҙ йәшенә хоҡуғын тартып алмайһығыҙ, ә аҙ ғына көтөргә тәҡдим итәһегеҙ. Күп бала быға ризалаша.
2. Насар кәйефте шаярыу ярҙамында бөтөрөүе еп-еңел. Мәҫәлән, “Ҡана, күҙ йәштәреңде киптерәйем әле” тип, фен тоҡандырыу, “Хәҙер һине илаҡтан таҙартам” тип саң һурҙырғысты алыу көлдөртә. Әгәр ҙә бала был көнкүреш техникаһынан ҡурҡмаһа ғына!
3. Бала ҡаршылашмаҫ борон тиҙ-тиҙ генә хәбәр һөйләп, уны ҡабаландырығыҙ. Төрлө темаға күп итеп хәбәр һөйләһәгеҙ, иларға йыйынған бала, һүҙгә әүрәп, тынысланасаҡ. Иң мөһиме, уны ҡыҙыҡһындырған файҙалы тема булһын.
4. “Ярай, һин илай тор. Ә мин аш-һыу бүлмәһендә нимә ҡыштырлағанын ҡарап киләйем әле. Бәлки, унда терпелер, йә булмаһа, турғай осоп ингәндер...” – тигәнерәк әүрәтеү ҙә ярҙамға килер.
5. “Матур ғына ҡыҙым урынына ниндәй йәмһеҙ монстр килгән? Ә минең ҡыҙым ҡайҙа булған?” – тип көҙгөгә ҡаратығыҙ. Ул үҙенең сағылышына әүрәп, көйһөҙләнеүенең сәбәбен онотор. Юмор аңлаған бәләкәс булһа, үҙегеҙ ҙә көҙгөгә ҡарап төрлөсә ҡыланығыҙ.
6. “Был илаҡ бәпескә доктор килгән. Бына “кәйеф витаминдары” килтергән!” – ҡайһы саҡ баланы тәмлекәс ярҙамында илауҙан туҡтатып була. Әгәр ҙә “витамин”дың файҙаһы булмаһа, бүтән уға бирмәйәсәктәрен белеп торһон.
7. Күп осраҡта ҡыҫып ҡосаҡлап, ҡолағына иркә һүҙҙәр әйтеү оло тылсымға эйә. Баланың күҙ йәштәрен тымыҙыу өсөн йылы ҡараш һәм изге күңел дә етә. Ҡайһы саҡта ата-әсәнең биш минутлыҡ иғтибары – уның менән уйнау, һүрәт төшөрөү, пластилин әүәләү бәләкәсте тынысландыра.
8. Баланың истерикаһына өлкәндәр сәбәпсе булһа, ә өлкәндәр һәр саҡ дөрөҫ була алмай, үҙ хатағыҙҙы таныуҙан ҡурҡмағыҙ. “Ғәфү ит, бәләкәсем. Мин һине әрләп яңылыштым”, – тип әйткәнде хатта 1 – 2 йәшлектәр ҙә аңлап ҡабул итә.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!