RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә

18.07.2016 Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә

Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙәЭҫе миҙгелдең ҡыҙған һәм ҡыҙҙырған, ямғырға, дауылға бай осоро. Иң рәхәте, моғайын, балаларғалыр – каникул көндәре күп әле. Улар теләгәнсә ял итә: ҡаланыҡылар – ауылға, ауылдыҡылар – ҡалаға бара, тигәндәй.
Ошо арала “Йәйләү” лагерында булырға тура килде. Исеменән үк күренеүенсә, ул – милли рухта ойошторолған ял урыны. Билдәле педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева башланғыс һалған уға, хәҙер Мәғариф министрлығының ҡанаты аҫтына алынған. “Йәйләү” күп йылдар инде республикабыҙҙың һәм күрше өлкәләрҙәге аҫаба башҡорттарҙың, Рәсәйҙең төрлө төбәгенә сәселеп йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухлы балаларын бер урынға туплай.
Әле Әлшәй районында эшләүсе лагерҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған конкурстарҙа, төрлө юҫыҡтағы ижади һынауҙар­ҙа еңеп сыҡҡан малай һәм ҡыҙҙар ял итә.

Быйылғы “Йәйләү” – тарихи урында, Чехов исемендәге балалар шифаханаһында ойошторол­ған.
Беләһегеҙҙер, яҙыусы Антон Чехов башҡорт ҡымыҙының файҙалы сифаттарын юғары баһалаған, хатта өйләнгәс тә туй сәйәхәтенә беҙҙең яҡтарға – Әлшәй районына килгән. Тап әлеге шифахана тарафтарына. Бөгөн был яҡ кешеләре Чехов тауы, Чехов эскәмйәһе, тип санаторий ҡаршыһындағы тауға төртөп күрһәтеп, ғорурлана. Яҙыусы “Сейә баҡсаһы” әҫәрен дә тап шунда яҙа башлаған, тигән мәғлүмәт бар.
Шифахана биләмәһенә ингәс тә һауа саф, тын алыуы иркен. Ылыҫ еҫе. Таҙа экологиянан тыш, бында балаларға ҡымыҙ һәм минераль һыу ҙа бар.
Лагерь хужабикәһе Әлимә Салауатова үҙе Өфөнөң 94-се лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Йәйләү”ҙә эшләү бәхете тейгәнгә ғорурлана ул. Әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ икәнен дә яҡшы аңлай. Ни тиһәң дә, бында 80 мәктәп вәкиле, уҡыусыларҙың ябай­ҙары түгел, ә “ҡаймағы”.
“Йәйләү”ҙекеләр беҙҙе күреп, тиҙ арала күләгәләге ыҡсым ғына майҙанға йыйылды. Юлдаштарым “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов һәм балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ине. Осрашыу йәнле башланды. Фәрзәнә апай, кем ниндәй шиғыр белә, тип әйҙүкләүе булды, балалар дәррәү рәүештә ҡул күтәрҙе. Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров, Рәйес Түләктең шиғырҙары менән бер рәттән, үҙҙәре яҙған шиғырҙар менән дә ҡыуандырҙылар. Хатта “Урал батыр”ҙы инглиз телендә ятлаусы ла булды. Ысынлап та лайыҡлы балалар ебәрелгән икән бында. Беҙгә концерт та әҙерләгәндәр. Аралашыуыбыҙ сәхнәнән ситтә, ҡап уртала ҡороп ултыртыл­ған тирмә янында ла дауам итте. Тирмә эсендә – ырыуҙар хаҡында мәғлүмәт биреп, стена гәзите лә сығарып ҡуйғандар. Лагерҙа ял итеүселәр отрядтарға түгел, ә ырыу­ҙарға бүленгән. Ырыуҙарҙың ҡурайсылары ла бар. Малайҙарға Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Венер Сәйфетдинов дәрес бирә.
Бына был егет Санкт-Петербургтан, тип күрһәттеләр бер үҫмерҙе. Концертта шәп итеп йырлағайны ул. Питер егете нисек башҡортса белә икән, тип үҙенә өндәштем.
– Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ. Бәләкәйҙән. Һәр кеше үҙ телен белергә тейеш, туған телемде тағы ла нығыраҡ өйрәнгем килә, – тине Арыҫлан Иҙрисов. Ҡытай гимназияһында уҡый икән. Ҡытайса йырлап та күрһәтте.
Алыҫ төбәктә йәшәүсе рухлы милләттәшебеҙ, йәмәғәт эшмәкәре Люциә Бука­нованың ейәне булып сыҡты Арыҫ­лан. Лайыҡлы өләсәйгә лайыҡлы ул булып үҫһен! Бына бит мәктәптә башҡорт телен уҡымаһа ла, Башҡортостан, Өфө, Салауат батыр менән һоҡланыусы тел­һөйәр­ҙәр ҙә була! Туған телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә икәненә тағы бер дәлил.
Ҡулыма бер һылыу шым ғына дәфтәр бите тотторҙо. Ял итеүе хаҡында тәьҫораттарын яҙған икән. Исемен уҡыным да, аптырап, үҙенә ҡараным. Маргарита Гейт Өфөнөң 52-се мәктәбендә белем ала.
Башҡорт телен өйрәнеп, олимпиадаларҙа ҡатнашып, төрлө конкурста, конференцияла еңеп, “Йәйләү”гә килеүен, бындағы ялынан бик ҡәнәғәт икәнен хәбәр итә ул.
“Башҡорт лагерында мин беренсе тапҡыр. Бында шул тиклем ҡыҙыҡ була икәнен күҙ алдыма ла килтерә алмағайным. Башҡорт тарихын, мәҙәниәтен күберәк белә башланым. Беҙ башҡортса йырҙар йырлайбыҙ, башҡортса һөйләшәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, уйындар уйнайбыҙ. Ҡымыҙ эсеү, ҡурай моңон тыңлау бик оҡшай…” Башҡортса яҙған Маргарита. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятҡан уҡытыусыһы Сәриә Хәбир ҡыҙына рәхмәт әйтергә лә онотмаған.
Яңауыл ҡалаһынан Зөлфиә Закирйәнованың да әйткәндәре күңелгә хуш килде.
– Башҡорт теленән, тыуған яҡты өйрәнеү, “Аҡмулла вариҫтары”, “Туҡай һүҙе – төрлө телдә” тигән, “Урал батыр” эпосы буйынса һынау­ҙарҙа еңеп сыҡтым. Үҙем татар булһам да, Башҡортостанда йәшәгәс, мотлаҡ башҡорт телен белергә кәрәк, тип уйлайым. Был ғәҙәти лагерь түгел, туған тел, тыуған яҡты яҡшы өйрәнеүселәр йыйылған.
Зөлфиә минең менән таҙа башҡортса һөйләште. Ошонан һуң да башҡорт теле бөтә, башҡорт теле сит милләттәргә кәрәкмәй, тип әйтеп ҡараһындар!
“Йәйләү”ҙә һәр райондан балалар барлығын әйткәйнем инде. Ҡыйғы районының Йосоп ауылынан Юрис Сәлихов менән һөйләшәм. Ул, олимпиадаларҙа еңеүенән тыш, башҡорт КВН-ында ла әүҙем ҡатнаша икән. Һуңғы ваҡытта бик танылып барған хәрәкәткә битараф булмағас, ныҡлып ҡыҙыҡһындым.
– “Төньяҡ амурҙары” тип атала командабыҙ. Өс йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Минеңсә, шаттар һәм отҡорҙар уйындары файҙалы: яңы дуҫтар ҙа табаһың, туған телдә матур итеп шаяртырға ла оҫтараһың.
КВН-сы бында Юрис ҡына түгел икән, ә Өфөнөң иң көслө командаһынан да уйынсы бар. Иҙел Ишбаев – күптәр яратҡан “Башҡорттар.ру” командаһы капитаны. Үҙе Ейәнсура районынан, баш ҡалабыҙҙағы Республика башҡорт лицей-интернатында белем ала.
– Башҡорт КВН-ы – минең дә яратҡан уйыным. Лагерҙа бик оҡшай. Тағы ла килер инем.
Иҙел бик рухлы егет булып сыҡты. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә ул күп кенә башҡорт төркөмөндә, белем биреү проектында тороуын һөйләне.
– Туған телде нығыраҡ өйрәнергә, популярлаштырырға кәрәк. Беҙҙең маҡсат – башҡорт телен яңы кимәлгә күтәрергә, – тине ул. Афарин, Иҙел кеүектәр булдырыр!
Дәүләкән районынан Булат Фәтҡуллин менән аралашам. Ул, олимпиадала еңеүенән тыш, ҡурай­ҙа ла оҫта уйнай, көрәшсе лә икән.
– Бында көн дә төрлө уйын, спорт ярышы үтә. “Йәйләү”ҙекеләр улар­ҙың һәр береһендә ҡатнаша. Балалар күп, күңелле. Үҙемә бигерәк тә көрәш оҡшай. Күрше райондар көрәшселәре менән дә көс һынашабыҙ, һабантуйҙарҙа ла. Быйыл һабантуйҙа беренселекте алдым. Спорттың файҙаһы күп ул. Спортсы кеше шәп тә була, йылғыр ҙа, – Булат билдәле көрәшселәр тураһында белергә теләүен дә әйтте.
Әйтәм бит, һәләтле балалар йыйылған бында – ҡурайсылар, йырсылар, шиғыр яҙыусылар, спортсылар...
Тиҙҙән балалар “Йәйләү” менән хушлашасаҡ. Моғайын, һәммәһенә лә оҙаҡ ваҡыт һағынып һөйләрлек, йылмайып хәтерләрлек ваҡиғалар булғандыр. Уларҙың алсаҡ йөҙҙәренән, ихлас һөйләгән хәбәрҙәренән тап шулай икәне күренде лә инде. Балалар менән аралашыуҙан үҙемә лә ял алдым. Уларҙа бит яһалмалылыҡ юҡ, уйлағандарын еренә еткереп әйтә лә беләләр. Артабанғы ял көндәре лә файҙалы, бәхетле, имен үтһен ине уларҙың.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Илмир ҒӘЙНУЛОВ фотолары.

Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә
Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә
Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!