RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Балалар мәнфәғәте – иң мөһиме”

18.04.2016 “Балалар мәнфәғәте – иң мөһиме”

“Балалар мәнфәғәте – иң мөһиме”Сермән балалар йорто тәрбиә учреждениеһы булып ҡаласаҡ

Һуңғы ваҡытта Сермән балалар йортон ябыу хаҡындағы хәбәр башҡорт милли йәмәғәтселегендә ығы-зығы тыуҙырҙы. “2012 – 2017 йылдарҙа балалар мәнфәғәтендә милли стратегия эштәре тураһында” РФ Президенты указына ярашлы, бөтә ил буйлап етемдәр учреждениелары бер-бер артлы ябылған осорҙа ҡасандыр оло шәхестәр тәрбиәләгән данлыҡлы балалар йортон һаҡлап алып ҡалыу мөмкинме? Был хаҡта БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева һөйләй.


– Иң тәүҙә урындағы чиновниктарҙы отчет өсөн һандар артынан ҡыуыуҙа ғәйепләүселәр ҙә юҡ түгел…
– Әгәр ҙә илебеҙҙә етем балалар һаны кәмеү өҫтөндә икән, барлыҡ балалар йорттарын һаҡлап ҡалыу дөрөҫ түгел. Рәсәй кимәлендә ҡуйылған маҡсат был – балалар ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Урындағы башҡарма власть органдары беҙгә биргән отчеттарға күҙ һалғанда, ғаиләләргә урынлаштырылған балалар һаны күрһәткесе – 98,41 процент, был, ил буйынса дөйөм алғанда, яҡшы күрһәткес.
Сермән балалар йортона килгәндә, унда ла етем балалар һаны кәмей – уларҙы иң беренсе ғаиләләргә биреүҙе ҡарайбыҙ, үҙ ғаиләләре менән эш алып барабыҙ, ата-әсәләрҙең дөрөҫ юлға баҫып, балаларын кире алған осраҡтары бар.
Беҙҙең төбәктә РФ Хөкүмәте ҡарары (2014 йылдың 24 майында ҡабул ителгән 481 һанлы ҡарар) менән һуңғы өс йылда ете балалар йорто ябылды. Планға ярашлы, сират Сермән балалар йортона ла килеп етте. Белорет районында ике балалар йорто бар – Сермәндә һәм Үҙәндә. Ике учреждениены һәр яҡлап сағыштырып ҡарағанда, Үҙәндең күрһәткестәре күпкә юғары. Сермән кеүек ҙур ауылда мәктәпкәсә балалар учреждениеһы кәрәк тигән маҡсаттан да сығып, балалар йорто база­һында балалар баҡсаһы асыласаҡ. Апрель башындағы һандарға күҙ һалғанда, бөгөн 11 етем баланы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған ғаиләләр табылған, 9 бала – сығарылыш уҡыусылары. Тимәк, 2016 йылдың 1 сентябренә тиклем барлығы 15 бала икенсе балалар йортона күсереләсәк. Әйткәндәй, етем­дәр­ҙе ғаиләләргә урынлаштырыу әле лә дауам итә. Тәрбиәләнеүселәр, мил­лә­тенә, сығышы ҡайһы район-ҡаланан булыуына, ҡы­ҙыҡһыныуы һәм ихтыяжына ҡарап, төрлө балалар йортона оҙатыласаҡ. Һәр бала менән индивидуаль эш алып барыласаҡ. Туғандары ҡайҙа йәшәй, уның менән осрашыуҙарға барып йөрөй аласаҡтармы, йәғни территориаль яҡтан ҡулайлы булыуы ла иҫәпкә алынасаҡ. Балалар мәнфәғәте – иң мөһиме.
Үҙән балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең аң-белем кимәле түбән, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Ундағы балалар­ҙың береһе лә махсус коррекцион мәктәптә белем алмай. Аң кимәле үҫешмәгән балалар өсөн коррекцион мәктәптәр Яңауыл, Йылайыр райондарында һәм Туймазы ҡалаһында урынлашҡан.
Үҙән балалар йорто директоры ошо вазифала 45 йыл эшләй, бик күп наградаға, исемдәргә эйә. Холҡо ауыр, тәрбиәләүгә ауыр балалар менән уртаҡ тел таба белә, тура юлға баҫтыра. Педагог үҙенең элекке тәрбиәләнеүселәре менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә, хатта яҡшы хәлле, эшҡыуар, аяғында ныҡлы баҫып тороусы тәрбиәләнеүселәрен балалар йортон тәртиптә тотоу һәм матди яҡтан нығытыу буйынса йәлеп итә.
– Башҡорт йәмәғәтселеге лидерҙары, күпләп башҡорт балалары тәрбиәләнгән балалар йорто ябыла, тип бара…
– Балаларҙың ҡайһы милләттән булыуына баҫым яһарға кәрәкмәй, бында рус, татар, венгр милләтле балалар ҙа бар. Тик башҡорттар ғына түгел – иң беренсе балаларҙың үҙенә уңайлы буласағын ҡараясаҡбыҙ. Беҙҙә милли балалар йорто бөтөнләй юҡ, мәсьәләне милли мөнәсәбәттәргә бәйләү – төптө яңылыш фекер. Ғөмүмән, мосолман халҡында бала ташлау ғәҙәте булмаған. Етем ҡалғандарҙы туған-тыумасаһы бергәләп, ҡурсалап тәрбиәләгән. Күптән түгел Чечняла балалар йорттары мәсьәләләрен күтәргән сарала ҡатнаштым. Бына ул төбәктә бындай социаль учреждениелар бөтөнләй юҡ, сөнки туғанлыҡ көслө, чечен халҡы үҙ ҡанын бер ваҡытта ла ситкә типмәй һәм яттар ҡулына бирмәй.
Ҡасандыр, һуғыштан һуң, етем ҡалған балаларҙы ас үлемдән ҡотҡарыу өсөн балалар йорттарын асыу заман талабы булған. Ул ваҡытта тейешле тәрбиә бирә алған хеҙмәткәрҙәр оло ихтирамға лайыҡ, сөнки Сермән балалар йортонан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәр бихисап. Бөгөн был учреждениенан юғары уҡыу йортона ингән тәрбиәләнеүселәр юҡ кимәлендә. Бөгөн республикала 20 балалар йорто эшләй, ағымдағы йылда шуларҙың өсөһө ябыласаҡ.
– Балалар йорто бинаһында урынлаш­ҡан Арыҫлан Мөбә­рәков музейын артабан ниндәй яҙмыш көтә?
– Арыҫлан Мөбәрәков исеме, балалар баҡсаһы булһа ла, йәки урындағы мәктәпкә бирелһә лә, йәшәйәсәк. Уның музейы ла һаҡланып ҡаласаҡ, артабан да йәш быуынға тәрбиәүи йәһәттән хеҙмәт итәсәк. Әлеге ваҡытта район етәкселеге менән был хаҡта һөйләшеүҙәр алып барыла, билдәле шәхестең исеме һис тә юғалмаясаҡ.
– Тимәк, Сермән балалар йорто хеҙмәткәрҙәре эшһеҙ ҡаласаҡмы?
– Беҙ район хакимиәте менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса эшләйбеҙ. Иң тәүҙә яҡшы, сифатлы хеҙмәт күрһәткесле хеҙмәткәрҙәр өсөн яңы учреждениела эш урындары булдырыу ҡаралған. Ысынлап та, тәрбиәләнеүсе балаларҙы яратҡан хеҙмәткәрҙәргә етемдәрҙе үҙ ғаиләләренә алыу мөмкинлеге бар, улар, опекаға алған ғаилә булараҡ, опека һәм попечителлек бүлеге аша эшкә урынлашасаҡ.

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!