RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

28.12.2018 №52 (11203)

«Йәшлек» гәзитенең сираттағы һаны 2018 йылды йомғаҡлап, ғәҙәттәгесә бай йөкмәткеле булып сыҡты.

Беренсе биттә йылдың икенсе яртыһының төп интригаһы – “Аҙна һайын – бүләк!” конкурсына ҡуйылған велосипедты уйнатыу йомғаҡтары баҫылған. Башҡа приздарҙың кемгә эләккәне тураһында мәғлүмәт тә шунда урынлашҡан. Ә бына 5-7 биттәрҙә “Йыл ваҡиғалары” менән танышырға була.

Киләһе йыл Рәсәйҙә Театр йылы итеп иғлан ителде. Шуға күрә лә 11-се биттә республиканың биш театры тәҡдим иткән өр-яңы премьералар тураһында уҡырһығыҙ.

Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына килгән «Аҡ йылан фатихаһы» хикәйәһе бер кемде лә битараф итмәҫ. Йорт нигеҙенә эйәләшкән йыландан ҡурҡыу кәрәк түгел, ҡәҙерле кешеңде арбаған “йәшел йылан”дан һаҡ булыу кәрәк.

Хәбәрсе Лилиә Хәлитованың “Ҡабан йылы ҡаңғыртмаһын!” исемле мәҡәләһендә бына-бына килеп етәсәк 2019 йылға ҡағылышлы кәңәштәрен уҡығыҙ.

Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылының мәҙәни тормошо менән танышырға мөмкин. Гәзиттә шулай уҡ яҡшы ғаиләләргә арналған мәҡәләләр ҙә урын алған.

“Шиғриәт минуттары” рубрикаһында Иншар Вәлитов һәм Раушания Мөлөкөваның ижад емештәрен байҡағыҙ.

“Сәләмәтлек” битендә күҙҙәрҙе һаҡлау тураһында табип менән әңгәмә баҫылған. Бында шулай уҡ халыҡ медицинаһы серҙәре менән дә танышығыҙ.

Гәзит уҡыусыларҙың бер төркөмө һәр һан һайын башватҡыстарҙы – сканворд-кроссвордтарҙы көтөп ала. Ә кемгәлер психолог кәңәше кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең автор - психолог Әлмира Исхаҡова “Ҡойҙом йомаҡ” тип үҙенең ҡыҙы Сафияның оло һорауҙарына яуап эҙләй.

Көйәрмәндәр, спорт яратыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте гәзитебеҙҙән табып һөйөнөр. 24-се биттә ғинуар айына һынамыштар, билдәле кешеләрҙең юбилейҙары тураһында мәғлүмәт бар.

Гәзитебеҙҙе уҡығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Редакция архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек» гәзитенең 44-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Яңы һанға күҙәтеү

18.10.2019 - Яңы номер Яңы һанға күҙәтеү


Яңы номер

14.10.2019 - Яңы номер Яңы номер


«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 39-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына  һанына күҙәтеү

№ 33 "Йәшлек"

16.08.2019 - Яңы номер № 33 "Йәшлек"


№32 (11235)

09.08.2019 - Яңы номер №32 (11235)


№31 (11234)

02.08.2019 - Яңы номер №31 (11234)


№30 (11233)

29.07.2019 - Яңы номер №30 (11233)


№29 (11232)

19.07.2019 - Яңы номер №29 (11232)


№28 (11231)

12.07.2019 - Яңы номер №28 (11231)


№27 (11230)

05.07.2019 - Яңы номер №27 (11230)


№26 (11229)

28.06.2019 - Яңы номер №26 (11229)


№25 (11228)

21.06.2019 - Яңы номер №25 (11228)


№24 (11227)

14.06.2019 - Яңы номер №24 (11227)


№22 (11224)

31.05.2019 - Яңы номер №22 (11224)


№21 (11223)

24.05.2019 - Яңы номер №21 (11223)