«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы



05.09.2014 “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманыӘйткәндәй, “боҙло биҙрә” флешмобына “Йәшлек”тәр ҙә ҡушылды. 2 сентябрҙә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәле янында гәзиттең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, хәбәрсе Айбулат Ишназаров һәм водитель Тимур Ишкинин, үтеп барыусыларҙы аптыратып, өҫтәренә берәр биҙрә һалҡын һыу ҡойҙо. Шуның менән улар Белем көнөндә баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында үткән "Сәләм, студент!" байрамында “Юлдаш” радиоһы Артур Хәсән улына тапшырған эстафетаны ҡабул итте.
1 сентябрҙәге байрамда Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм йырсы Алһыу Сафина ла флешмобта ҡатнашырға саҡырылды. “Йәшлек”тәр мәрхәмәтлек эстафетаһын ҡабул итеп, артабан “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовҡа һәм “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевҡа тапшырҙы. Улар, флешмобтың шарты буйынса 24 сәғәт эсендә боҙло һыу менән ҡойоноп, эстафетаны артабан тапшырырға тейеш.
Беҙҙең һыу ҡойоноу мәлендәге фотоһүрәт һәм видеояҙма менән гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гәзите битендә танышырға мөмкин.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға