«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә беҙҙең ауылда...



08.08.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Әлимә ҒАБДУЛЛИНА, Әбйәлил районының Күсем ауылы:
– Ҡыяр юҡ бит быйыл! Бер кемдә лә уңманы. Нишләйһең, һатып алып ҡына ашарға ҡала инде. Уның урынына, ауылды сәскәләр күмде, шул тиклем матур итеп балҡып, хуш еҫ аңҡытып, күңелде күтәреп ултыралар. Ә беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, “Йәшлек”тәр. Оҙаҡламай беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа киләсәгегеҙҙе ишетеп, ҡыуанышып торабыҙ!
Бөгөн мәсеттә аят уҡытыла һәм сәй эсеү ойошторола. Ураҙа байрамында ла имам-хатип Таһир Ураҙов матур табын ойошторҙо. Ғөмүмән, беҙҙә дини сараларға ҙур иғтибар бирелә. Ауылда үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәгән юҡ инде ул. Бына яңы ғына үҙебеҙҙең Күсем артистары менән Яңы Балапан ауылына концерт менән барып ҡайттыҡ. Шулай уҡ ошо көндәрҙә беҙгә Архангел районынан тәжрибә уртаҡлашыу өсөн рәсми делегация килгәйне. Ололарға булған хөрмәт, яратыу һоҡландыра мине. Беҙҙә ай һайын “Төнгө дозор” тип аталған бик шәп сара ойошторола: йәштәр, балалар һиҙҙермәй генә өлкәндәргә ярҙам күрһәтә.

Был аҙнала үҙҙәренең яңылыҡтары менән Баймаҡ, Тәтешле, Әбйәлил райондарында йәшәүсе гәзит уҡыу­сыларыбыҙ уртаҡлашты.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға