«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә беҙҙең ауылда...



08.08.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Яҙгөл МӘХМҮТОВА, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы, Башҡорт республика компьютер лицей-интернаты тәрбиәсеһе:
– Ауылыбыҙҙағы һуңғы ҡыуаныслы яңылыҡтарҙың береһе – “Яҙгөл” балалар баҡсаһының асылыуы. Әлегәсә эшләп килгәненең бинаһы ныҡ ҡына иҫкергәйне, икенсе бинаға күсереп, матур итеп төҙөкләндереп, яңыртып, бөтә уңайлы шарттар булдырып, сафҡа индерҙеләр. Баҡсаның асылыуы бөтә ауыл халҡы көтөп алған ҙур ваҡиға булды. Ул иҫ киткес матур, өр-яңы йыһаздар. Алды ла, эсе лә шау сәскәгә күмелгән баҡсаға ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ҡыуанып бөтә алмай. Мәктәп янында ғына урынлашҡан, уҡытыусыларға ла балаларын йөрөтөүгә ҡулай. Ауыл халҡы шундай матур балалар баҡсаһы өсөн район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовҡа рәхмәтле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға