«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡорот байрамы



08.08.2014 Ҡорот байрамы

Үрге яйыҡбайҙар был көндө нәҡ шулай атаны.
Күптән түгел башҡа милләттән булған бер ҡатын ҡороттоң үҙенсәлеген маҡтап торҙо. Беҙҙең яҡтарға килен булып төшкәнсе милли ризығыбыҙ хаҡында бөтөнләй ишетмәгән дә, күрмәгән дә, хәҙер иһә ул уның өҫтәлендә төп урынды биләй. Йәғни был һүҙҙәр аша ҡороттоң дауалау көсөнә эйә булыуы һәм даны хаҡында әйтеүем. Дөрөҫ, һөт ризығының был төрөн ситкә таратыу йәһәтенән эшләргә лә эшләргә әле беҙгә. Ошо көндәр­ҙә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында һөт аҙыҡтары цехы асылған мәлдә күңелде шатлыҡлы уйҙар биләне. Шулай булмай, был эште тормошҡа ашырған Зөлфирә Әминеваның маҡсаты ла бит ҡоротто донъя баҙарына сығарыу.

Ҡорот байрамыБаҙарға сығарыу тигәндән, хәҙерге ваҡытта ҡоротто сауҙа нөктәләрендә табыуы ҡыйын түгел. Ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен һайла ла ал. Шул уҡ ваҡытта, бер ниндәй ҙә ҡатнашма ҡушылмаған саф продукцияны көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә. Зөлфирә Заһит ҡыҙының да хыялы халыҡты тәбиғи, йәғни өй шарттарында әҙерләнгән, хуш еҫе сығып торған милли ризығыбыҙ менән тәьмин итеү була. Йүнселлектең был төрөнә быйыл март айында тотона. Үҙе генә түгел, әлбиттә, ойоштороу мәсьәләләрен, кәрәкле ҡорамалдарҙы алыуҙы ҡыҙы, күренекле йырсы Гөлдәр Ишҡыуатова үҙ өҫтөнә ала.

– Ҡайҙа асырға, тигән һорау тыуманы. Тыуып үҫкән ауылым Үрге Яйыҡбайҙың буш торған фермаһын рәткә килтерергә тотондоҡ. Таш­ландыҡ бинаны таҙартыу, төҙөкләндереү эше ваҡытты алыуға-алды, әммә ауылдаштарымдың көсө менән атҡарып сыҡтыҡ, – тип һүҙен дауам итә Зөлфирә Әминева. – Цехта, ҡороттан тыш, ҡыҙыл эремсек, май, эркет һыуы етештереләсәк. Продукцияны һатыу өсөн Өфө­ләге “Байрам” сауҙа селтәре магазиндары менән килешеү төҙөлгән. Шулай уҡ ҡыҙыл эремсек Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында ла һатыласаҡ.
Сер түгел, бөгөн шәхси эшеңде асыу өсөн ҡатмарлы ғына юлдар үтергә тура килә. Зөлфирә Заһит ҡыҙы күңел талабын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән ҙур ғына күләмдә кредит алыуҙан да ҡурҡмай. Ярай әле район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, яҡташының хәлен аңлап, ярҙам ҡулы һуҙа. Район программаһы нигеҙендә 300 мең һумға яҡын финанс ярҙамы бүленә. Был аҡсаға иң кәрәкле ҡорамалдарҙың береһе алына.

– Әгәр ҙә үҙемде генә уйлаһам, төпкөл ауылға килмәй, ҡалала ғына асырға булыр ине. Тәү сиратта, ауылдаштарымды эш урыны менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тоттом. Әлегә алты кешегә хеҙмәт урыны булдырҙым. Киләсәктә 20 баш һыйыр малы алырға иҫәп тотам. Тағы ла эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Көнөнә 500 литр һөт эшкәртеү ауылдаштарыма һөттәрен тапшырыу мөмкинлеген булдырасаҡ, – ти ул.
Әңгәмәгә Гөлдәр Ишҡыуатова ла ҡушыла:

– Ауырлыҡтар, әлбиттә, булды. Продукцияны өс илгә – Ҡаҙағстан, Украина, Рәсәйгә сығарыу йәһәтенән сертификат юллау ҙа еңел бирелмәне. Уларҙың талабы буйынса, һөт аҙыҡтарын һаҡлар өсөн төрлө ҡатнашмалар ҡушыу мөһим. Ә беҙҙең продукцияның тәбиғи булыуы бер аҙ кәртәләр тыуҙырҙы. Шулай ҙа Башҡортостан сертификат-экспертиза үҙәгенән рөхсәт алыуға ирештек. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә беҙ – эркет һыуын сыға­рыу­сы берҙән-бер цех. Уның файҙаһы иһә баһалап бөткөһөҙ. Ауыл халҡының ярҙамсыл булыуы һоҡландырҙы. Район хакимиәте башлығы И. Ситдиҡов та, ауыл би­ләмәһе башлығы Ф. Вахитова, Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе И. Мөхә­мәт­ғәлиев та ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға, кәңәш һорап, ниндәй ва­ҡытта мөрәжәғәт итһәм дә, ҡаршы килмәнеләр.
Цехты тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы И. Сит­диҡов, район хакимиәте башлығының иҡтисад эштәре буйынса урынбаҫары З. Ушанов, район советы рәйесе Д. Сәйғәфәрова ҡатнашты. Улар, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған уңған кешеләрҙең күберәк булыуын теләп, һәр эшкә тәүәккәлләп тотонорға саҡырҙы. Рәсми өлөштән һуң ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы һабантуй­ға йүнәлде.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға