«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Был аҙнала беҙҙе ғәжәпләндерҙе...



06.06.2014 Был аҙнала беҙҙе ғәжәпләндерҙе...

Археологтар Көнбайыш Ҡытайҙа иң боронғо салбар тапҡан.
Был кейемде 3000 – 3300 йыл элек йәшәгән күсмә халыҡ­тар­ҙың көтөүселәре кейгән һәм ул фәнгә билдәле иң боронғо салбар өлгөһө булып тора.
Берлиндағы Герман археология университеты ғалимдары фекеренсә, табылдыҡты хәҙерге замандағы һыбай йөрөүсе­ләр­ҙең салбарына оҡшатырға мөмкин.
Кейем өс һоро төҫтәге йөн туҡыма киҫәгенән яһалған һәм кейгәндә аяҡтарҙы һығып торған. Әйтергә кәрәк, уны бескәндә тигеҙләп ҡырҡып тормағандар, туҡыу станогында аяҡ үлсәменә тура килтергәндәр. Әҙер салбарға ҡайыш өсөн элмәктәр ҡуйылған, балаҡтарында декоратив орнамент булған. Археологтар бындай кейемдең заманаһына күрә бик алдынғы булыуын билдәләй.
Янгхай ҡәберлегендә табылған салбар Урта Азия көтөүселәренең һыбай йөрөгәндә һәм һуғыштарҙа ҡатнашҡанда уңайлы кейем уйлап сығарыуын күрһәтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға