«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?



21.03.2014 Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?

Оҙон, һыуыҡ ҡыштан һуң яҙҙы ҡыуанып көтөп алабыҙ. Әммә йылы, яҡты яҙҙың да борсолоу тыу­ҙырған, хәүеф уятҡан ташҡыны бар бит әле. Быйылғы ташҡын нисек булыр? Уны ҡаршылауға әҙерлек нисек бара? Күптәрҙе борсой был һорау.
Валерий ХИСАМЕТДИНОВ, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса баш идаралығы начальнигы:
– Бөгөнгә ҡарата яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса бик күп эш башҡарылды. Норматив документтарға ярашлы, килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн финанс һәм матди ресурс­ резервтары тупланды, урындарҙа ташҡынға ҡаршы комиссияларҙың эше ойошторолдо, халыҡҡа ваҡытлыса йәшәү пункттары булдырылды. Шулай уҡ туҡланыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү тәртибе билдәләнде, халыҡты күсереү юлдары раҫланды. Республика буйынса бөтәһе 1800 автотранспорт яҙғы ташҡынға көрәш эштәренә тулыһынса әҙер, кәрәк була ҡалһа, был эшкә 7600-ҙән ашыу кеше йәлеп ителәсәк.
Йылғаларҙа боҙҙарҙың тығылыуына юл ҡуймау сараһы күреләсәк. Бының өсөн ҡайһы ерҙәрҙә боҙҙо бысып йомшартыу ҙа етһә, бер нисә урында боҙ ҡатламы шартлатыласаҡ. Был маҡсатҡа 7 боҙ шартлатыу­сылар бригадаһы төҙөлгән. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, апрелдә көн торошоноң һалҡынса булыуы көтөлә, шунлыҡтан ташҡын да йылдағынан көслө булмаҫ, тип ышанабыҙ, әммә һиҙгерлекте кәметмәйбеҙ һәм халыҡҡа ярҙам итергә тулыһынса әҙербеҙ.

Зариф ХӘМЗИН, Әбйәлил районының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе:
– Әлбиттә, яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Быйыл ҡар артыҡ күп яуманы. Шуға күрә бер яҡтан, ташҡын ҡурҡынысы янамай. Өҫтәүенә, быйыл яҙ әкрен килә, тип прогноз бирәләр. Әммә тәбиғәтте белеп булмай, ҡапыл ғына иретеүе лә ихтимал. Ул саҡта инде төрлө хәлгә әҙер булырға кәрәк. Былтыр ямғыр күп яуҙы, ер һыуға туйынды. ҡапыл иретһә, былтырғы йәйге ташҡындар юлы буйлап йәнә һыу ҡалҡыуы бар. Шуға күрә, төрлө яҡты уйлап, ташҡынға әҙерлек эштәре алып барабыҙ: махсус комиссия төҙөлдө, техниканы теүәлләйбеҙ, халыҡты әҙерләйбеҙ, күперҙәрҙе, юлдарҙы нығытабыҙ һ.б.

Шәүҡәт САЛАУАТОВ, Белорет районының Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы:
– Белеүегеҙсә, былтыр беҙҙә ташҡын бик көслө булды. Күптән улай булғаны юҡ ине. Ғәҙәттә, һыу баҫа ул, ә бына боҙҙарҙың яр­ҙан сыҡҡаны байтаҡ йылдар (50 йыл самаһы) күҙәтелгәне юҡ. Былтырғы ташҡындан халыҡ ныҡ ҡына зыян күрҙе, 30-лап баш малды юғалттыҡ. Рәхмәт мәрхәмәтлелек ойошмаларына, ауыл халҡына төрлө ярҙам күрһәттеләр. Быйыл ташҡын нисек килер, әлегә әйтеп булмай. Әммә ҡулдан килгәнсә әҙерлек алып барабыҙ. Иң беренсе сиратта, хәүеф янаған хужалыҡтарҙың исемлектәрен төҙөнөк, 124 йорт был исемлеккә инде. Әле иһә ошо йорттар буйлап иҫкәрмәләр таратабыҙ. Ғөмүмән, мөмкинлек булған һайын халыҡты иҫкәртеп, ташҡындан һаҡланыу сараһын күрергә өгөтләп торабыҙ. Шуныһы ҡурҡыныс, боҙ өҫтөндә ҡар күп. Уның һыуҙы ебәрмәй, тотҡарлауы ихтимал. Көндәр йылы торһа, ташҡын әллә ни ҡурҡыныс булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, алдан күҙаллауы ауыр, әммә шулай ҙа яҡшыға өмөтләнәбеҙ.

С. ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға