«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тәне сәләмәттең йәне лә сәләмәт



07.02.2014 Тәне сәләмәттең йәне лә сәләмәт

Тәне сәләмәттең йәне лә сәләмәтЮлдыбайҙа йәшәүсе спорт яратҡан Ләйсән һәм Венер Ҡоҙашевтар ауылдаштарына өлгө булып йәшәй
Уңышҡа өлгәшеү серҙәрен әллә ҡайҙан эҙләү кәрәкмәйҙер. Улар бер-береңә ҡарата иғтибарҙан һәм ихтирамдан, йылы һүҙҙән һәм мөхәббәттән ярала ла инде. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында гөрләтеп донъя көткән Ләй­сән һәм Венер Ҡоҙашевтар ҙа тап шундай фекерҙә. Әлеге ваҡытта өс бала тәрбиәләгән, бына-бына яңы йорт туйларға йыйынған йәш ғаилә үҙҙәренең уңғанлығы һәм тынғыһыҙлығы менән ауылдаштарына өлгө, тип әйтергә мөмкин.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Венер менән Учалы ҡыҙы Ләйсән бер үк йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Егет – физик культура йүнәлешендә, ә ҡыҙ биолог һөнәрен үҙләштерә. Ә ике йәш йөрәкте спортҡа булған һөйөү берләштерә.
– Ҡаланың “Труд” стадионына күнекмәләргә йөрөй торғайныҡ. Башта беҙ шөғөлләнәбеҙ, унан ҡыҙҙар килә. Беҙ шунда уҡ ҡайтмайбыҙ, ҡыҙҙар менән ҡалып, спорт уйындары уйнай инек. Танышып-дуҫлашыуыбыҙ ҙа шулай килеп сыҡты, – ти Венер.
– Мин дә спорт һөйгән ғаиләлә үҫтем. Ҡыш етһә, барыбыҙ ҙа саңғыға баҫабыҙ. Мәктәп йылдарында, физкультура уҡытыу­сыһы булам, тип йөрөгәнем хәтеремдә, – тип әңгәмәгә ҡушыла Ләйсән.
Бөгөн дә спорт залынан ҡайтып инмәй Ҡоҙашевтар. Ғаилә башлығы ауылдағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексын етәкләй, ә Ләйсән Рәшит ҡыҙы баскетбол серҙәренә төшөндөрә. Балалары – Юнир, Айлина, Алһыуҙы ла үҙҙәре менән күнекмәгә йөрөтәләр.
– Ҡулға диплом алғас, күңелем ауылға тартылды. Хеҙмәт юлымды 80-се һөнәрселек лицейында башланым. Бер юлы Өфө автотранспорт колледжы филиалында ла дәрестәр бирҙем. Өс йыл эшләгәндән һуң физкультура-һауыҡтырыу комплексын етәкләргә тәҡдим иттеләр, – тип һүҙен дауам итә Венер Марс улы. – Яуаплы вазифаға тотонор алдынан күңелдә тулҡынланыу тойғоһо бар ине. Беренсенән, баҙап ҡалыуыма йәш булыуым да этәргәндер, икенсенән, атай-әсәйем йәшендәге кешеләр минең һүҙемә ҡолаҡ һалырмы, тигәнерәк һорауҙар ҙа тынғылыҡ бирмәгәндер. Әммә, эш башлағас, коллективтың тырыш булыуы, йөктө бер төптән егелеп тартыуы был уйҙар­ҙы юҡҡа сығарҙы.
Уның әйтеүенсә, Юлдыбайҙа спортты үҙ итеүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Быға, әлбиттә, етәксенең балаларҙы яратыуы, йәш спортсылар менән бергә күнекмәләрҙә йөрөүе ыңғай йоғонто яһай. Хужа үҙе өлгө күрһәткәндә, нисек инде башҡалар уның артынан эйәрмәһен дә, еңеүҙәргә өлгәшмәһен, ти?! Директорҙың бәйгенән еңеп ҡайтҡан малай-ҡыҙҙарҙы барыһы алдында ҡулын ҡыҫып ҡотлауы ла сәм һәм ынтылыш тойғоһо уятыуҙың бер сараһы. Тағы ла шуныһы: бынан ете-һигеҙ йыл элек ауылда енәйәт ҡылыусылар һаны артып киткән, ә һуңғы йылдарҙа комплекстың маҡсатлы эш алып барыуы был һанды ҡырҡа кәметкән.
Венер Марс улының тағы бер күркәм сифатын билдәләмәү мөмкин түгел. Ул – тыуып үҫкән еренә тоғролоҡ. Шулай булмай ни, булдыҡлы етәксене райондағы ағайҙар әллә нисә тапҡыр юғарыраҡ вазифаға саҡырған, әммә илһөйәр егет үҙ һүҙендә ныҡ торған. Ҡартатаһы нигеҙен һыуытмау ниәтендә уның йортона килеп төпләнеүе лә ошоға асыҡ миҫал. Күптән түгел төп йорт янында ҡарағайҙан яңы йорт ҡалҡып сыҡҡан. Унда быйыл яҙ күсергә ниәт итә Ҡоҙашевтар.
– Йортҡа нигеҙ дүрт йыл элек һалынғайны. Атай-әсәйҙәрҙең, “әсәлек капиталы” ярҙамы менән төҙөлөштө тамамлап ҡуйҙыҡ. Барыһын да заманса талаптарға ярашлы итергә тырыштыҡ: һыу ҙа, бәҙрәф тә эстә буласаҡ, душ кабинаһы ҡуйылған, тренажер залы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, – ти улар.
Йәш ғаилә балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләүгә, ваҡыттарын файҙалы уҙғарыуға етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, тәбиғәткә сыҡҡанда Ләйсән балаларҙы үҫемлектәр менән таныштыра, улар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә. Тау саңғыһына, балыҡҡа йөрөүҙе күркәм йолаға әйләндергәндәр. Ә бына атай кешенең балалары менән бергә ауыл янындағы тауҙа санала шыуып йөрөүен аңлап етмәүселәр ҙә булған. Әммә ул кешеләр ҙә бер нисә көндән кескәйҙәре ыңғайына тау шыуырға килеп сыҡҡан. Йәғни бының балаларыңды сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙең бер сараһы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим.
Илебеҙ ныҡлығын киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйған йәштәр билдәләй, тибеҙ. Был һүҙҙәр Ҡоҙашевтар ғаиләһенә лә ҡағылмай ҡалмай. Улар кеүек йәш ғаиләләр күберәк булғанда, йәмғиәтебеҙ тағы ла ырыҫлыраҡ булыр ине.


Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
“Йәшлек”тең Көньяҡ Урал зонаһы
буйынса үҙ хәбәрсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға