«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Салауатты кем яҡлар?



07.02.2014 Салауатты кем яҡлар?

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы "Өйәлге" шифаханаһы биләмәһендәге батыр һәйкәле бөгөн бик аяныслы хәлдә
Уғата үҙенсәлекле халыҡбыҙ беҙ. Шағир әйтмешләй, эйе, беҙ – скифтар, эйе, азиаттар – беҙ. Бер аҙ ҡырағайыраҡ та. Йылдар үтә, дәүерҙәр алмашына, ә Рәсәй кешеһе һаман да йөҙ йыл элеккесә, шул уҡ көсһөҙ һәм тәкәббер. Быларҙы нимәнән сығып әйтәм? Тарихҡа, шәхестәргә иғтибарыбыҙ юҡ. Артыҡ битараф, урыны менән ҡанһыҙбыҙ ҙа.
Бер генә миҫал килтерәм. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында “Увильды” (“Өйәлге”) шифаханаһы бар. Уның биләмәһенә башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Әлбиттә, һәйкәлде ҡуйыусыларҙың ниәте иң изгеләрҙән булған – халыҡ, бигерәк тә ошонда йәшәүсе аҫаба башҡорттар үҙ шәхесен белһен, тарихты иҫләһен. Был тирәне матур ял итеү урыны булараҡ та танытырға тырышҡандар. Шифаханаға ла кешене йәлеп итеп торор, райондың визит карточкаһы булыр, тип тә маҡсат ҡуйған­дар­ҙыр. Һәр хәлдә, курорт директоры Александр Мицуковтың был башланғысы һәр кемдә ихтирам уятты. Бер төркөм хеҙмәткәр һәйкәлде ҡороп та ултыртты.
Һәм Салауат һыны тиҙ арала туй үткәреүселәрҙең дә яратҡан урынына әүерелде. Йәштәр туй фотосессияһын тап ошонан башлар булып китте. Һәйкәл янына хатта бәләкәй баҫҡыс тотоп та килделәр. Ҡыҙыҡлы фото сыҡһын өсөн ат өҫтөнә бишәрләп ултырһындармы, һындан ҡылыс­ты алһындармы, бүркен һындырһындармы, төрлө таҫмалар таҡһындармы – ҡыланмағанын ҡалдырмай кейәү менән кәләш “армияһы”.
Александр Мицуков әйтеүенсә, һәйкәлде инде өс тапҡыр ремонтлағандар. Бер төҙәтеү өсөн генә лә 150 мең һум аҡса талап ителә. Эксперттар ҙа “таланған” һәйкәлде ҡарап, тулы реставрация кәрәк, тип киткән. Әлегә аҡса юҡ, шуға ла объектты алып ҡуйғандар. Шифахана үҙе генә хәҙер был һәйкәлде ҡарай алмай, ҡиммәткә төшә. Шуға ла етәкселек уны Арғаяш районы хакимиәтенә балансҡа алырға тәҡдим итә. Әммә һәйкәлде район үҙәгенә күсереү урындағы түрәләрҙең уйында юҡ, буғай. Бәлки, берәй ижтимағи фонд ярҙам итер йә илһөйәр кешеләр? Әллә Башҡортостандан ярҙам һорарғамы?
Бөгөн һәйкәлдең хәле насар. Килер бер көн, фотола һәйкәл өҫтөнә атланып ултыр­ған йәштәр ҙә ҡартайыр. Уларҙың ошондай ҡиәфәттә “мәңгеләштерелеүен” күргән ба­лалары-ейәндәре ни әйтер? Милли батырға ҡуйылған һәйкәлдең вандализмдан ҡойолоп төшөрҙәй хәлгә килеүенә ғорурланыр­ҙармы ни? Салауат йәл…
Рафиҡ ХАЖИПОВ,
философия фәндәре кандидаты.

Әйткәндәй

Ошо көндәрҙә Өфөлә шундай бер хәбәр ҙә таралды: Ағиҙел буйындағы Салауат һәйкәленән бер фрагмент юғал­ғанына иғтибар иткәндәр. Аттың күкрәк ҡайышынан декоратив “йөрәк” юҡ булған. Ул төшкәнмелер, кемдер алғанмылыр – билдәһеҙ. Башҡорт батырының мәрмәр һынынан, атынан элек тә көлгәндәре бар ине, хатта атты буяп китеү осраҡтары булды. Һәйкәл кемгәлер бик ҡамасаулай, ахыры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға