«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Янғындан һаҡ булығыҙ



22.11.2013 Янғындан һаҡ булығыҙ

Башҡортостанда янғынға ҡаршы тәртип индерелде. Ул 2014 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
Айырым талаптарға ярашлы, башҡарма власть органдарына, район һәм ҡалалар хакимиәттәренә мотлаҡ тәртиптә был осорҙа пиротехник изделиеларҙы таратҡанда һәм ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын үтәргә, күп кеше өсөн тәғәйенләнгән объекттары булған ойошмалар етәкселәрен саҡырып, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссиялар ултырыштарын үткәрергә ҡушыла. Бынан тыш, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау учреждениеларының, төндә йәки тәүлек әйләнәһенә граждандар килгән мәҙәни-күңел асыу йорттарының (ресторандар, кафе, күңел асыу комплекстары, клубтар, мәҙәниәт йорттары һ.б.), дөйөм ятаҡтар, ҡунаҡханалар, сәнәғәт, төҙөлөш һәм башҡа ойошмаларҙың дежур персоналы менән янғын­ға ҡаршы режимды көсәйтеү һәм янғын сығыуын иҫкәртеү һәм кешеләрҙе эвакуациялау буйынса өҫтәмә инструктаж үткәреү буйынса саралар күреү ҙә талап ителә.
Учреждениелар етәкселәренә заводта әҙерләнмәгән йылытыу приборҙары ҡулланыуҙы тыйырға, муниципаль берәмектәрҙең бөтөн янғын һүндереү формированиеларында тәүлек әйләнәһенә дежур итеүҙе ойошторорға, янғын һүндереү техникаһының техник торошон һәм кәрәкле күләмдә яғыу­лыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителеүен тикшерергә.
Юлдарҙы, янғын һүндереү өсөн файҙаланылған һыу сығанаҡтарын ҡарҙан таҙартыу, ҡала-ауылдарҙы тотороҡло телефон элемтәһе менән тәьмин итеү буйынса саралар күрергә, кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа, торлаҡ секторында, баҡсасылыҡ кооперативтарында, төҙөлөш объекттары биләмәһендә янғынды иҫкәртеү рейдтары үткәрергә, асарбаҡтарҙың сарлаҡ, подвал биналарына, йылылыҡ изоляцияһы камераларына кереүен иҫкәртеү буйынса саралар күрергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға