«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғүмерҙәр өҙөлдө…



22.11.2013 Ғүмерҙәр өҙөлдө…

Ғүмерҙәр өҙөлдө…Татарстандағы фажиғәне ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Бәлә бер кемдән дә һорап килмәй, берәү ҙә һуңғы юлы ҡайҙа буласағын белмәй шул, үкенескә күрә. “Татарстан” авиакомпанияһының “Боинг – 737” самолетының 17 ноябрҙә Мәскәүҙән ҡайтып етеп килгәндә һәләкәткә осрауы тураһында һүҙ.
Хәҙер был фажиғә сәбәптәрен асыҡлайҙар. Дәүләт-ара авиация комитеты белгестәре ҡолаған самолеттың “ҡара йәшниге”нән алын­ған яҙмаларҙы өйрәнеп, яҡынса һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Әлегә төп фараз – кеше факторы. Докладта күрһәтелеүенсә, экипаж осоу нормативтарын тулыһынса үтәй алмаған, автопилоттарҙың береһе эшлектән сыҡҡан, самолет ергә ҙур тиҙлектә – сәғәтенә 450 саҡрым тиҙлек менән бәрелгән. Ә самолет системалары һәм двигатель боҙоҡлоғо асыҡланмаған. Белгестәр яҙманы өйрәнеүҙе дауам итә, авария урынында экипаждың һөйләшкәне яҙылған тағы бер яҙманы эҙләп таптылар. Ул бик ныҡ зыян күргән.
Һәләкәтте булдырыу ихтималы булған сәбәптәр иҫәбендә һауа шарттары ла, һауа хәрәкәтен тәьмин итеү мәғлүмәттәре лә ҡарала.
Белеүегеҙсә, самолеттағы 50 кеше лә һәләк булған. Улар араһында Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың улы Ирек, республика буйынса Именлек хеҙмәте етәксеһе Александр Антонов, “Рәсәй – 2” телеканалы комментаторы Роман Скворцовтың ҡатыны Эллина менән ҡыҙы Дарья бар. “Боинг” Мәскәүҙең Домодедово аэропортынан осҡан.

Ярҙам итергә теләһәгеҙ

2013 йылдың 17 ноябрендә «Ҡазан» халыҡ-ара аэропортында самолет һәләкәткә осрау менән бәйле Татарстан Республикаһында һәләк булғандарҙың туғандарына аҡса йыйыу өсөн махсус иҫәп асылған.
Ярҙам итергә теләүселәр аҡсаны «Ак Барс Созидание» хәйриә фонды (420066, Ҡазан ҡалаһы, Меридиан урамы, 1а) иҫәбенә күсерә ала.
Хәйриә фондының реквизиттары:
ОГРН 1061600052425
ИНН/КПП 1658079690/165701001
р/с 40703810100020000999 в ОАО «Ак Барс» Банк
БИК 049205805
к/с 30101810000000000805
Түләүҙең тәғәйенләнеше: «Авиаһәләкәт ҡорбандарына».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға