«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ялған араҡы баштарына еткән



23.08.2013 Ялған араҡы баштарына еткән

Араҡыға акциз арттырылғас, спиртлы эсемлектәрҙең хаҡы шундуҡ күтәрелде. Был хәмер ҡолдарын бер ҙә туҡтатманы. Улар арзаныраҡҡа һатылған көмөшкә, ялған араҡыға күсте. Билдәһеҙ шарттар­ҙа әҙерләнгән иҫерткес продукцияның теге донъяға алып китеүе лә ихтимал.
Өфө районының Миловка ауылынан биш кеше – 48 – 61 йәшлек дүрт ир-ат һәм 49 йәшлек ҡатын, көн-төн тимәй, туҡтауһыҙ шайтан туйы ҡорған. Ә унынсы көнгә бишеһе лә вафат булған. Рәсәйҙең БР буйынса Тәфтиш комитеты үлем факты буйынса тикшереүҙәр ойошторған. Асыҡланыуынса, был кешеләр метил спиртынан ағыулан­ған.
Әлеге мәлдә оператив эҙәрлекләү саралары бара. Ҡулла­ныусыларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән эсемлекте етештергән һәм һатҡан кешеләрҙең исеме асыҡлана. Биш кешенең үлемендә ғәйепле булыусылар РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының өсөнсө өлөшө буйынса хөкөм ителәсәк.
Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға