«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Башыңды эшләт!



23.08.2013 Башыңды эшләт!

Ниндәй билдә?
Франция һәм Германияла ул – ноль, Японияла – аҡса, Туниста – үлтереү менән ҡурҡытыу, Сүриәлә – дошманлыҡ билдәһе. Ә АҠШ-та?

Аҡыллы ашнаҡсы

Батша үҙенең ашнаҡсыһына: “Бер үҡ миҡдарҙа тоҙ, һыу һәм ризыҡ ал да, миңә ашарға бешер! Әгәр ҙә ул тәмһеҙ булһа, башың зинданда серейәсәк”, – тигән. Уныһы бер аҙ уйлаған да, бер ризыҡ әҙерләгән. Батша бик ҡәнәғәт ҡалған. Ашнаҡсы нимә бешергән?

Батша һәм философ

Батша бик әсе телле философты күрә алмаған һәм һәр саҡ унан ҡотолорға теләгән. Бер мәл яйы тура килгән, ғәйеп табып, уға үлем язаһы хөкөмө сығарып та ҡуйған. Батша эре генә философ алдына баҫҡан да: “Ниндәй үлемдән донъя менән хушлашырға теләйһең? Һайла”, – тигән. Философ аптырап ҡалмаған: “Иң алда бар халыҡ алдында минең ошо һуңғы теләгемде үтәргә ант ит”, – ти. Тегенеһе һүҙ биргәс, философ ниндәй юл менән үлергә теләүен белдергән. Һәм... уны иреккә ебәргәндәр. Философ нимә тигән?

Бүләк

Өс ир ҡатындарына ниндәй бүләк биреүҙәре менән маҡтана. Беренсеһе, минең бүләгем 6 секундта сәғәтенә 100 саҡрымға тиклем тиҙлекте арттыра ала, ти. Был – “Порше” автомобиле. Икенсеһе, минең бүләгем 4 секундта сәғәтенә 100 саҡрымға тиклем барып етә, ти. Был – “Феррари”. Өсөнсөһө: “Ә минең бүләгем 2 секундта 100-гә етә. Тик был ҡатынымды шатландырмай”, – ти. Өсөнсө ир ҡатынына нимә бүләк иткән?

Нисә минутта?

Өс һимеҙ бесәй өс минутта өс һимеҙ ҡомаҡты ашаһа, утыҙ һимеҙ бесәй һимеҙ утыҙ ҡомаҡты нисә минутта ашаясаҡ?

Булыуы мөмкинме?

Бер кешенән уға нисә йәш булыуын һорайҙар. “Байтаҡ, – тип яуап бирә. – Ҡайһы бер туғандарымдан алты йөҙ тапҡырға олораҡмын”. Шулай булыуы мөмкинме?

Кем-кемдең ҡатыны?
Нәжип, Наил, Фаил һәм уларҙың ҡатындары Рәйлә, Гүзәл, Рәмзиәгә бергә 151 йәш. Һәр ир үҙенең ҡатынынан 5 йәшкә оло. Нәжип Гүзәлдән 1 йәшкә олораҡ. Рәйлә менән Нәжипкә бергә 48 йәш, Фаил менән Рәйләгә бергә – 52. Кем-кемдең ҡатыны һәм һәр береһенә нисә йәш?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға