«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ӘСӘНӘН КҮРГӘН – КӨМӨШКӘ ЭСКӘН



26.07.2013 ӘСӘНӘН КҮРГӘН – КӨМӨШКӘ ЭСКӘН

Яҡшембәт ауылында пенсия йәшендәге ун туғыҙ әбей-һәбей туҡтай алмай эсеп ята, имеш. Күптәре етмештең өҫтөнә баҫҡан ил инәләренең пенсия алғанын көмөшкә ҡойоусылар ҙа көтөп кенә тора, ти. Пенсия килдеме, инәйҙәргә – байрам, көмөшкә һатыусыларға − табыш. Әсәләренең аҡса алғанын улдары ла һағалап ҡына тора. Сөнки улар алған көмөшкәнән быларға ла өлөш сыға. Ана шулай, бергәләп, әсәле-уллы уҡмашып, эсәләр, баҡһаң,был ауылда. Аҡсалары бөтһә лә, “йәшел йылан” ағыуынан аңдары томаланған әҙәмдәр көтөргә алып йоталар, ти. Шулай уртлай торғас, йәмғеләренең бурысы өсәр мең һумлап йыйыла.
− Көмөшкәне ваҡытында үҙем айнытып алып ҡайтҡан кешеләр һата хәҙер, − ти Яҡшембәт ауыл хакимиәте башлығы Рәүеф Абдуллин. – Алтмышты уҙған ағайҙар-апайҙар был шөғөлдөң оло гонаһын аңларға тейештәр ҙә бит, тик улар көмөшкә һатып, аҡса эшләүҙе кәсеп итеп алған. Хәҙер, бер күҙҙәре томаланғас, нәфселәрен тыя алмайҙар. Хатта шундай оятһыҙлыҡҡа барып еттеләр – көпә-көндөҙ минең өй ҡаршымда һаталар. Районда элекке кеүек айнытҡыс та эшләмәй бит, исмаһам, шунда бикләһәләр, айный торғайнылар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, кеше үлһә, янғын була ҡалһа, килеп, ҡағыҙ тултырып китәләр ҙә, вәссә­ләм. Совет осорондағы кеүек, алдан килеп, халыҡ менән иҫкәртеү саралары үткәрмәйҙәр. Эскеселәрҙән туғандары ла биҙеп бөткән, халыҡ та битараф.

Айгөл .БУРАНҒОЛОВА

Көйөргәҙе районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға