«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәштәрҙең 48 проценты эмигрант булырға теләй



24.05.2013 Йәштәрҙең 48 проценты эмигрант булырға теләй

Һуңғы 10 йылда Рәсәйҙең миллиондан ашыу гражданы сит илгә йәшәргә күскән. Ә ҡайһы бер сығанаҡтар, йылына 200 – 300-әр меңләп кеше ситкә китә һәм уның сәбәбе тотороҡлоҡтоң булмауы, тип белдерә.
Һорашыуҙар үткәреүселәр иң популяр ил Австралия икәнен асыҡлаған. Китеүселәр уның беҙҙең илдән әллә күпме өҫтөнлөгөн таба. Австралиянан ҡала, АҠШ та эмиграция өсөн уңайлы ил икән. Канада, Германия, Швейцария, Италия, Яңы Зеландияға күпләп китәләр.
“Левада-үҙәк” һорашыуҙар уҙғарып, шуны асыҡлаған – ватандаштарыбыҙҙың 22 проценты сит илгә йәшәргә күсеү теләге менән яна. Әҙме был, күпме? Ошондай план айырыуса юғары белемле йәштәрҙә, имеш. Ә “РОМИР” аналитика холдингы тағы ла күңелһеҙерәк һандар килтерә: беҙҙең илдең 31 процент кешеһе ситкә сығып йәшәргә ниәтләй. Эмигрант булырға йәштәрҙең 48 проценты әҙер, күбеһе – ир-егеттәр. Һығымта яһайыҡ инде.
РБК Рейтинг сайты материалдары буйынса
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға