«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Файҙалы осрашыу



14.05.2013 Файҙалы осрашыу

Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбендә уҡыусыларҙы хәүефһеҙлек ҡаҙиҙәләрен теүәл үтәүгә өндәгән саралар уҙғарылды. Һәр класта ошо теманы үҙ эсенә алған класс сәғәттәре, диспуттар, һүрәт, иншалар конкурстары ойошторолдо, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡарата мәғлүмәттәр бирелде.
Райондың янғынға ҡаршы көрәш буйынса баш дәүләт инспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венера Нурлығаян ҡыҙы Шәйбәкова мәктәптә уҡыу­сылар менән осрашты. Ул ут-һыу эҙемтәләре хаҡында аныҡ миҫалдар килтереп, тәфсирләп һөйләне. Сүп-сарҙы тота килеп үртәү ҡәтғи рәүештә тыйылыуы хаҡында аңлатты, янғын сығыу сәбәптәрен һөйләне. Шулай уҡ сүп-сарҙың тәғәйен генә урынға түгелергә тейешлеген дә ентекле аңлатты. Йәнле әңгәмәнән һуң В. Шәйбәкова уҡыусыларҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Осрашыу балалар өсөн бик файҙалы булды.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, балалар һәм үҫмерҙәр хоҡуғын яҡлау инспекторы.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға