«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Төндә һатһаң – миллион һум штраф



10.05.2013 Төндә һатһаң – миллион һум штраф

Төндә һатһаң – миллион һум штрафБеләһегеҙҙер, әле төнгө ваҡытта алкоголле эсемлектәрҙе һатыу тыйылды. Кем тыйыуҙы һанға һуҡмай, рәхим итеп, штраф түләй. Әлегә продукцияны конфискациялау һәм өс-дүрт мең һум (юридик шәхестәргә – ун тапҡырға күберәк) тирәһе генә штраф янай.
Дәүләт Думаһында тыңлауһыҙ һатыусыларға штраф күләмен күтәреү тураһында һүҙ бара. Көҙгә әҙер буласаҡ закон проектында шәхси эшҡыуарҙарға, интернет аша төндә иҫерткес эсемлек һатҡан өсөн штрафты 500 мең һумдан миллион һумға тиклем еткереү ҡарала. Инициаторҙар ошоноң менән илебеҙҙә эскеселәр һанын кәметергә өмөтләнә.
Ғибрәт өсөн шуны ла теркәп ҡуйыу кәрәктер: “ҡаты” эсемлек яратыусылар сайтында төндә һатыу тыйылған “татлы” һыуҙарҙы көндөҙ алып ҡуйырға кәңәш ителә. Рәсәйҙекеләрҙе бер нисек тә төп башына ултыртып булмай, әй…
top.rbc.ru сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға