«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Юл һалыуҙы махсус лаборатория күҙәтә



16.04.2013 Юл һалыуҙы махсус лаборатория күҙәтә

Башҡортостан Президенты Өфөлә бер нисә көн элек кенә асылған юл-төҙөлөш лабораторияһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул юлдарҙы ремонтлағанда һәм төҙөгәндә файҙаланыласаҡ материалдарҙың сифатын тикшерәсәк.
Лаборатория Германия һәм Америкала етештерелгән за­манса ҡорамалдар менән йы­һаз­ландырылған, бетон сифатын тикшереү өсөн махсус анализаторҙар ҡуйылған. Ошо­ға оҡшаш лабораториялар Мәс­кәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар.
Лабораторияның ҡеүәте яҡын­да урынлашҡан райондар­ҙы хеҙмәтләндереү өсөн етәсәк. Ә республика кимәлендәге бындай лаборатория 2014 йылда булдырыласаҡ. Әлегә белгестәр Октябрь проспектында төҙөлә башлаған ер аҫты юлының сифатын тикшерә, Салауат Юлаев проспекты, Беренсе май һәм Жуков урамдары, Өфө – Аэропорт трассаһын тикшереү ҙә күҙаллана. Хеҙ­мәт­кәрҙәрҙең квалификацияһына килгәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультеты һәм Өфө автоюлдар техникумы менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла – махсус тикшереү эштәре өсөн студенттар әҙерләнәсәк.
– Юл төҙөүселәр өсөн мөһим мәл етте – йә улар яңыса һәм сифатлы эшләй башлаясаҡ, йә уларҙың урынына профессиональ эшләгән башҡа хеҙмәткәр­ҙәрҙе саҡырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Насар эшләгән өсөн ҙур аҡса алған замандар үтте. Хәҙер төҙөлөштөң барлыҡ этаптарында ҡаты һәм даими контроль буласаҡ. Был – Башҡортостанда юлдар сифатын яҡшыртыуҙа тәүге һәм мөһим аҙым.
Лаборатория, тәү сиратта, брак яһаусыларҙы асыҡларға тейеш һәм аҡсаны экономия­лар­ға ла мөмкинлек бирәсәк. Быйыл юл төҙөүгә республика бюджетынан – 9 млрд, федераль бюджеттан 7,5 миллиард һум аҡса бүленгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға