12.04.2013 Мөкәйҙең икенсе һулышы
йәки Ҡырмыҫҡалы районының боронғо башҡорт ауылы уҡытыусыларының етем балаларҙы тәрбиәгә алып, мәктәпте һаҡлап ҡалғаны һәм башҡаларҙы ла үҙҙәре артынан эйәрткәне
Ауыл – ул үҙе бер ҙур ғаилә. Кемдең нисек йәшәгәне, тын алғаны барыһының да күҙ алдында, ҡайғы-шатлыҡтар ҙа уртаҡ була. Ә сит-ят ерҙә ауылдашыңды осратһаң, иң яҡын туғаныңды тап иткәндәй булаһың. Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылы башҡа ауылдарҙан әллә ни айырылмай кеүек. Ул – боронғо башҡорт ауылы, уға Мөкәй исемле кеше нигеҙ һалған. Элек унда ике мәсет булған, 1920 йылға тиклем ауылда биш йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән.
Булған заманалар, Мөкәй ҙә гөрләп торған. Ауыл халҡы колхозда тир түккән. Бергәләшеп дәррәү эшләгәндәр ҙә, рәхәтләнеп ял да итә белгәндәр. Ә ил өҫтөнә фашистар ябырылғанда ауылдан 127 ир-ат фронтҡа киткән, шуларҙың 54-е генә әйләнеп ҡайтҡан.
Ауыл халҡы аң-ғилемгә ынтылған, һәр бер йорттан тиерлек белемле кешеләр сыҡҡан. РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты Флизә Мөхәмәтшина, билдәле адвокат Нәҙим Хәмитов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Әлмира Сыңғыҙова, Рәфил Халиҡов, утыҙ йыл ауыл мәктәбен етәкләгән Нәжип Сыңғыҙов – оло ихтирамға лайыҡ шәхестәр.
Ауылды үҫтереүгә Фәиз Ғәлиулла улы Сыңғыҙов ҙур өлөш индергән. Ул оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булған, 90-сы йылдарҙа ауылдың яҙмышы, киләсәге өсөн борсолоп, тыуған яғына ҡайтып, Зәки Вәлиди исемендәге колхоз ойоштора. Был хужалыҡҡа яҡын тирәләге ауылдар ҡушыла. Әйткәндәй, уның улы Фәнзил Сыңғыҙов – әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы.
Бәләкәй генә Мөкәй ауылынан дүрт фән кандидаты – Рәмилә Сибәғәтова, Рәшит Аҡкөбәков, Гөлнара Сыңғыҙова, Әминә Сыңғыҙова-Рәхимова сығыуы ла күпте һөйләй. Ошо ауылда ҡанат нығытҡан табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, ауыл белгестәренең иҫәбе-һаны юҡ.
Бөгөн Мөкәйҙә өс йөҙгә яҡын кеше йәшәй, бөтәһе 120 йорт. Ауылда ун биш фамилия бар, барыһы ла үҙ-ара нәҫел-нәсәп ептәре менән бәйләнгән. Ситтән күсеп килеүселәр юҡ кимәлендә.
Ҡотҡарыусы һалам
Ауылға килеп ингәс, беҙҙе ферманың һөлдәһе ҡаршыланы. Бындай күренеште һәр ауылда тиерлек тап итергә мөмкин. Үкенескә күрә, сәйәси елдәр, иҡтисади көрсөктәр бер ауылды ла урап үтмәне шул. Колхоз юҡҡа сығарыла, ә ауыл халҡы эшһеҙ ҡала. Йәшерәктәр күсеп китә башлай, көс-ҡеүәте булғандар Себергә эшкә юллана, ҡалған халыҡтың күңелен билдәһеҙлек һәм өмөтһөҙлөк биләй. Кемдер вайымһыҙлыҡ упҡынына бата, икенселәр, әмәлен табып, донъя көтә.
Әлеге мәлдә ауылда медпункт, клуб филиалы, китапхана эшләй, бер нисә шәхси магазин бар. Мәктәптә уҡыусылар һаны кәмей башлағас, уға ла оптималләштереү янай. Ауыл йөрәгенә йән өрөп тороусы берҙән-бер артерия киҫелһә, алда ниҙәр булыр? Хатта ике-өс тапҡыр комиссия килеп, белем усағын ябасаҡтары хаҡында иҫкәртә. 21 кешенән торған коллективҡа, шул иҫәптән 13 уҡытыусыға эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай.
Мәктәп ябылдымы – ауыл һүнде, тигән һүҙ. Нимә эшләргә? Ҡотолғоһоҙ кеүек күренгән хәлдән сығыу юлы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. Мөкәй халҡының кеше ҡайғыһына тыныс ҡарай алмай торған һыҙаты үҙҙәре өсөн үк ҡотҡарыусы һалам була. Ауыл халҡы берәм-берәм патронатҡа һәм тәрбиәгә бала ала башлай. Бөгөнгә уларҙың һаны 21-гә еткән, ә уҡыу йылы тамамланғас, тағы ла 15 бала киләсәк. Бер яҡтан, етем сабыйҙар ата-әсә наҙын таба, икенсенән, мәктәптәрҙә балалар һаны артҡас, уны ябыу ҡурҡынысы юҡҡа сыға. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Әлфир Сабиров әйтеүенсә, яҡын киләсәктә Мөкәй мәктәбенә кире үҙгәрештәр янамай. Шулай итеп, Мөкәйҙең яңы һулышы асыла.
Ун бер йыллыҡ мәктәптә бөгөн 58 бала уҡый, автобус бирелгән, Күлдәр һәм Мырҙа ауылдарынан йөрөп тә белем алалар. Үткән уҡыу йылында 11-се класты алты бала тамамлаған. Бөгөн уларҙың дүртәүһе – юғары уҡыу йорттары студенты.
Уҡыусыһын тәрбиәгә ала
Влада етем ҡалғас, уны Таҙлар ауылындағы туғандары опекунлыҡҡа ала. Әммә ҡыҙ был йортта сит бауыр була. Эсергә яратҡан кешеләр уны тейешенсә тәрбиәләмәй, һөҙөмтәлә уларҙы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр, ә баланы приютҡа ебәрәләр. Влада 9 йәшендә икенсе тапҡыр етемлеккә дусар ителә.
Хөкүмәт йортонда ла балаға еңелдән булмай. Ул иң ауыр минуттарҙа яғымлы йөҙлө, матур һүҙле, әсәләрсә наҙлы уҡытыусыһын – Фәниә Ҡасим ҡыҙын иҫенә төшөрә. Ул – Мөкәй мәктәбе директоры, башланғыс класс уҡытыусыһы. Уның ҡулында Влада бер йыл самаһы уҡыған. Ярай әле уҡытыусының телефон номерын ҡыҙ яттан белгән. Бала донъялағы иң ҡәҙерле кешеһенә бар ҡайғыһын һөйләй. Фәниә Ҡасим ҡыҙы тормош иптәше, өс балаһы менән кәңәшләшә лә баланы йәйге каникулға алып ҡайта. Һәм... уны приютҡа ҡабат ебәрмәйҙәр. Шулай итеп, 2009 йылда Влада ошо ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһына әүерелә.
Ишҡариндарҙың оло ҡыҙы Лилиә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан. Бөгөн ул башҡорт теленән уҡыта, шулай уҡ директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Йәш белгестең әле дәртләнеп эшләп йөрөгән сағы, быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында “Өмөт” номинацияһын яулаған. Улдары Ильвир 10-сы класта уҡый. Ул спорт менән әүҙем шөғөлләнә, киләсәктә шул йүнәлештә китергә ниәтләй. Ә Илүзә 6-сы класта белем ала, бик хисле ҡыҙыҡай, шиғыр яҙырға әүәҫ. Ошондай матур ғаиләлә Влада, моғайын, үҙен табыр, апай-ағайҙарынан өлгө алып, киләсәктә матур кеше булыр.
Коллектив битараф ҡалмай
Фәниә Ҡасим ҡыҙының башланғысын мәктәп коллективы әүҙем күтәреп ала. Башҡалар баланы тәрбиәгә алыу тәртибе менән ҡыҙыҡһына башлай. Мәктәп хеҙмәткәре Фәнисә Рәхмәтуллина үҙенең өс балаһы янына ике ҡыҙҙы алырға йөрьәт иткән. Берәүһе инвалид, ул Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәбендә уҡый, ә икенсеһе мәктәптә 4-се класта белем ала. Ул тағы бала алырға йыйына.
Директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары Миңлегөл Хәмитова балалар церебраль фалижы менән ауырыған сабыйҙы бер йыл тәрбиәләй. “Ныҡ сирләй ине, ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәктәре булды. Күңелгә ауыр булһа ла, баланы кире алып барырға тура килде, табиптар күҙәтеүе аҫтында уға күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Шунан һуң ике бала алдыҡ”, – тине ул.
Миңлегөл Миңнулла ҡыҙының үҙенең өс балаһы бар. Барыһы ла әсәләре юлын һайлаған, уҡытыусылар. Ҡыҙы Гүзәл ошо ауылда башҡорт теленән уҡыта. Ул тормош иптәше менән бер ҡыҙ үҫтерә. 27 йәшлек әсә күптән түгел патронат тәрбиәгә бер малай алған. Бының менән генә туҡталырға уйламайҙар, тиҙҙән ғаилә тағы ла ике балаға артасаҡ.
География уҡытыусыһы Нурия Сыңғыҙова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙ йәшәгәнсе тип, үҙ эргәһенә ике баланы һыйындырған. Уның ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзилә Фәрхетдинованың ғаиләһе лә өс йыл инде Илнар исемле малайҙы тәрбиәләй.
Раушания Халиҡова һәм Миңлегөл Мөхәмәтшинаның ғаиләләрендә икешәр бала үҫә. Оло йөрәкле Зәлиә менән Зыят Хәмзиндар ике инвалид бала алған.
Алты уҡытыусы һәм мәктәп хеҙмәткәре ҡулында ун биш бала тәрбиәләнә. “Бына шулай итеп мәктәпте һаҡлап ҡалдыҡ, – ти улар, йылмайып. – Балалар килгәс, һүнеп барған ауылға йәм, йәшәү төҫө инде. Үҙебеҙҙең балалар яңы туғандарын үҙ итте. Райондың опека бүлеге етәксеһе Зөлфиә Минислам ҡыҙы Бәхтийәрова кәңәштәре менән ярҙам итеп тора”. Бөгөн ауылдың башҡа кешеләре лә, етемдәрҙе патронатҡа алырға тип, документтар йыя башлаған.
Мөкәйҙең буласаҡ шәхестәре менән
танышыу
Балалар йыйылған кабинетҡа үтәбеҙ. Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов фотоға төшөрөргә уҡталғас, директор уны туҡтата һалды. “Ҡайһы бер балаларҙы ата-әсәһе, туғандары эҙләүе ихтимал. Бында килеп борсоп йөрөүҙәре бар”, – тип хафаланды ул.
Күҙҙәрендә шаянлыҡ осҡондары сәсрәгән малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡасандыр ауыр мәл кисергән тимәҫһең дә. Әле өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ, күңеле көр, ә өйҙә ғаиләһе көтә. Кескәйҙәр, ололарҙан айырмалы, бөгөнгөһө менән бәхетле һәм ҡәнәғәт була белә.
Йөҙөндә урыҫ милләтенән икәнлеге яҙылған малайға өндәштем. Ваня шатырлатып башҡортса яуап бирҙе. Эргәһендә ултырған Саша ла телде яҡшы белә. Килгән балалар араһында башҡортса бер ауыҙ һүҙ аңламағандар булған, ә хәҙер тик башҡортса аралашалар. Күптәре тәүҙә өлгәшмәгән, тырыш уҡытыусылар балаларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу уята алған. “Ҙур үҫкәс, кем булырға уйлайһығыҙ?” – тигәс, уҡыусылар кемуҙарҙан:
– Психолог!
– Артист!
– Летчик!
– Табип!
– Ә беҙ уҡытыусы, – тине бер-береһенә тамсы һыу кеүек оҡшаш ике ҡыҙ.
Эйе, был балалар ҙа Мөкәйҙең киләсәгенә тос өлөш индерер әле, тип эстән генә шатландым һәм яҡшыға юрап ҡуйҙым.
“Шуныһы ҡыҙыҡ, – тип көлөштө уҡытыусылар. – Алған балаларҙың төҫ-ҡиәфәте лә, холҡо ла үҙҙәренә оҡшаған була ла ҡуя. Иҫең китер!”
“Әсәй, мин һине яратам”
Артабан Рафиҡовтар ғаиләһенә юл тоттоҡ. Хан һарайынан кәм булмаған йортҡа үтәбеҙ. Кешенең уңғанлығы тупһанан күренә, тигәндәй, бар ерҙә бөхтәлек һәм төҙөклөк күҙгә ташлана. Бында матурлыҡты яратҡан хужалар йәшәй икән. Гөлсәсәк ханым беҙҙе ҡолас йәйеп ихлас ҡаршыланы, ҡыҙыҡһыныусан ҡарашлы ике ҡыҙсыҡ һәм малай күренде. Бая, бер-береһенә тамсы һыу кеүек оҡшаш ике ҡыҙ, тигән балалар ошонда йәшәй икән. Тик улар игеҙәк түгел, ә апалы-һеңлеле булып сыҡты.
Гөлсәсәк һәм Зыяф Рафиҡовтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Игеҙәк ҡыҙҙары Гөлфиә менән Зөлфиә Өфөлә йәшәй, үҙ ғаиләләре бар. Улдары Фидан өйләнгән, Ҡырмыҫҡалыла донъя көтә, ә икенсе улдары Азамат 10-сы класта уҡый. Рафиҡовтарҙың бишенсе ейәне донъяға килергә тора икән. Уларҙың таҡта ярыу цехы бар. Хужа кеше “Газпром” ойошмаһының һаҡ бүлегендә эшләй. Мал-тыуарҙары ишле, мул баҡса үҫтерәләр.
Хужабикәгә, ни өсөн балалар алырға булдығыҙ, тигәс, уның күҙҙәре йәшкә мансылды. “Эй, донъя тигәнең, һәр кемгә үҙ атаһы, үҙ әсәһе ҡосағында наҙланып үҫергә насип булмаған шул”, – тине ул.
...Төн уртаһында дөбөр-шатыр ишек ҡағалар. Асһалар, бер нисә милиционер менән ошо ауылда йәшәүсе 8 йәшлек Филүс тора. Әле генә күргәндәренән ҡото алынған бала ниңәлер тик ошо йортҡа килергә теләй. Оло йөрәкле кешеләр ҡара ҡайғыһы менән япа-яңғыҙын ҡалдырмаҫын аңлағандыр. Филүстең ғаиләһендә ҡот осҡос фажиғә булған. Һуңғараҡ балалар менән эшләүсе белгестәр уны балалар йортона ебәрмәксе була, әммә Рафиҡовтар етем ҡалған малайҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Шулай итеп, 2007 йылда ишле ғаилә тағы бер кешегә арта.
Гөлсәсәк Байтимер ҡыҙы: “Балалар буй еткереп таралыша башлағас, ҙур йортобоҙ һил булып ҡалды. Берәй ҡыҙ алырға ине, тип хыялландым. Документтар әҙерләй башланыҡ. Приютҡа барған һайын гел илап ҡайта инем, шул кескәйҙәрҙе ташлап киткән кешеләрҙең йөрәге бармы икән?!
Былтыр декабрҙә приюттан, килегеҙ, балалар бар, тип хәбәр иттеләр. Барғайныҡ, алдыбыҙға бер-береһенә оҡшаған ике ҡыҙ, ә уларҙың артынан бер малай килеп сыҡмаһынмы? Өсөһө бер туған икән. Тәү күреүҙән үҙҙәрен оҡшаттым да ҡуйҙым. Бер ҡыҙ урынына өс сабый алдыҡ та ҡайттыҡ”, – тине.
Балаларҙың айырым бүлмәһе бар, унда дәрес әҙерләү, уйнау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ҡурсаҡтары менән мәж килгән Эльвира (9 йәш), Альбина (8 йәш) һәм Данил (6 йәш) менән һөйләшеп киттек.
– Бөгөн нисә алдығыҙ? – тинем ҡыҙҙарға.
– Мин ике “бишле” һәм бер “дүртле” алдым, – тине Альбина. – Ә Эльвира ике “дүртле” һәм бер “бишле” алды. Беҙ башҡорт телен әлегә яҡшылап белмәйбеҙ, шулай ҙа тиҙҙән өйрәнәсәкбеҙ.
– Көнөгөҙ нисек үтә?
– Мәктәптән ҡайтҡас, уйнайбыҙ, күрәһегеҙме, ҡурсаҡтарыбыҙ күп. Тағы ла әсәйгә ярҙам да итәбеҙ. Иҙән һеперәбеҙ, һауыт-һаба йыуабыҙ. Беҙ күмәк, ә әсәй берәү генә, ул беҙгә бик-бик кәрәк, – тине Альбина.
– Ә элек беҙ бәләкәй генә өйҙә йәшәнек, ул саҡта бындай матур күлдәктәребеҙ ҙә, уйынсыҡтарыбыҙ ҙа юҡ ине, йыш ҡына ашарға булманы, шуға гел һыу эсеп йөрөнөк. Уны ҡоҙоҡтан ала инек. һыу алайыҡ, тигәйнек, соҡорға биҙрә төштө лә китте, үҙем саҡ ҡолап төшмәнем, – тине Эльвира.
Ҡыҙҙар ут кеүек, бар хәбәрен теҙеп торалар, ә бына Данил йомоғораҡ булып сыҡты. Балаларҙың берҙәмлеге, бер-береһен яҡлашыуы асыҡ күренде. Улар кемуҙарҙан әсәһенә әҙерләгән бүләк һүрәттәрен күрһәтте. Аллы-гөллө сәскәләр эшләгәндәр һәм “Әсәй, мин һине яратам” тип яҙғандар.
Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов фото төшөрөргә тип барыһын да ултыртҡас, ҡыҙҙар себештәр кеүек әсәһенә һырылды. Үҙҙәре: “Әсәй, һин Альбинаны ла ҡосаҡланыңмы?”, “Әсәй, һин Эльвираға ла йылмайып ҡара”, – тип әленән-әле һайраны. Ә ике малай үҙҙәрен егеттәрсә тотто, ҡыҙҙарҙың ҡыланышын тын ғына күҙәтте.
– Балаларҙың әсәһе 1987 йылғы ғына ҡатын, Иглин районынан. Данилға өс йәш булғанда ул әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Шунан уларҙы инәһе опекунлыҡҡа алған, әммә бер аҙҙан балаларҙан баш тартҡан. Өләсәләре лә бар, үтә өлкән дә түгел, әммә ейәндәремде ҡарамайым, тигән. Балаларҙың атаһы юҡ, документтарҙа “әсәһенең һүҙе буйынса, фәлән-фәлән кеше” тиелгән”, – тип һөйләне Гөлсәсәк ханым.
Ошо сәскә кеүек ҡыҙҙарҙың һәм малайҙың сабый сағы бик ауыр шарттарҙа үткән. Әсәһе һәр саҡ эскелек ойошторған, йорттарынан кеше өҙөлмәгән. Хәмерҙән хайуан дәрәжәһенә еткән ҡатын хатта ике йәшлек улын төн уртаһында ҡыуып сығарыр булған. Балалар йыш ҡына урам буйында ҡунып йөрөгән. Ауырлыҡты күп күргәнгәме, балалар яҡшы тормоштоң ҡәҙерен аңлай, ололарса фекер йөрөтә белеүҙәре хайран ҡалдыра.
– Үткәндәрен уйлаһам, йөрәк өшөп китә. “Мин һеҙҙең атайығыҙ, тип бер кеше килә торғайны. Ул этте һуйҙы ла, беҙгә ашатты”, – тип һөйләйҙәр. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр кеүек. Бындай тормош Данилдың һаулығында сағылған, ул бәүелен тота алмай. Әлегә памперс ҡотҡара. Ҡыҙҙар, шөкөр, сәләмәт.
– “Әсәй” тип өндәшергә үҙегеҙ өйрәттегеҙме?
– Юҡ, үҙҙәре тәүләп әйтте.
– Балалар тиктормаҫ, орсоҡ кеүектәр, үтеп-сығып баралар. Һеҙгә еңел түгелдер...
– Тәүҙә ауырыраҡ булды. Уларҙы кеше хәлен аңларға, тәртипкә өйрәтергә тырышам. Уҡыуҙары насар ине, өйгә эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ. “икеле” һәм “өслө” билдәһен яратмайым, бүтән уны алмағыҙ, – тинем. “Беҙ гел “бишле” генә ала алмайбыҙ шул”, – тип көлдөрөп тә ҡуялар. Хәҙер уҡыуҙары рәтләнде. Үҙ-ара бик татыу, берҙәм булыуҙарына һөйөнәм. Береһен арҡаһынан һөйөп алһаң, ул мотлаҡ башҡаларға ла иғтибар бүлеүемде талап итә. Өфөләге апайҙарын бик яраталар, уларҙың ҡайтҡанын көтөп йөрөйҙәр.
Яңыраҡ ҡыҙҙарҙың тыуған көндәрен үткәрҙек. Нисек шатланғандарын күрһәгеҙ?! “Был беҙҙең иң матур, иң яҡшы көн”, – тип ҡыуаналар. “Бындай байрам йыл һайын буласаҡмы?”– тип ҡат-ҡат һорайҙар. Быға тиклем уларҙың хатта тыуған көндәре билдәләнмәгән, – ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Гөлсәсәк ханымдың күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне. – Балаларымдың һәр ҡайһыһы ҡәҙерле. Хоҙай барыһының да бәхетен насип итһен, тип теләйем.
Яҙмыш ҡаҡҡылаған-һуҡҡылаған балаларҙың ошондай матур кешеләр янында урын табыуы ҡыуаныслы.
Атанан күргән –
уҡ юнған
Әлфиә һәм Фәрит Хәмитовтарҙың өйләнешеүенә тап ошо көндәрҙә 19 йыл тулған. Улар өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Әлфиә Әнүәр ҡыҙы интернатта тәрбиәсе булып эшләгән, әммә ул ябылғас, эшһеҙ тороп ҡала. Ә йорт хужаһы оҙаҡ йылдар колхозда водитель була, тик колхоз тарҡалып ҡуя. Ир кеше Себер тарафтарында вахта ысулы менән бер нисә йыл эшләй.
– Себерҙә йөрөп балаларҙың нисек үҫкәнен күрмәй ҙә ҡалғанмын. Бүтән унда бармаҫҡа булдым, мал-тыуарҙы ишәйттем, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башланым. Ә 2010 йылда патронатҡа бала алырға ниәтләнек, – тип һөйләне ғаилә башлығы. – Был эш еңелдән түгел икән. Иң алда бер ҡосаҡ документ әҙерләргә ҡуштылар, шунан Чесноковкала махсус курс үттек. Бер мәл ҡатыным ҡапыл сирләп, реанимацияға инеп китте. Шул саҡ: “Ике бала бар, килеп алығыҙ”, – тип приюттан шылтыраталар. Ҡатыныма хәбәр итеп тә тормай, машинаға ултырып сыҡтым да киттем. Приютҡа барһам, сумка-әйберҙәрен төйнәп, ҡыҙ менән малай мине көтөп тора. Баҡтиһәң, улар быға тиклем Шишмә районында бер ғаиләлә йәшәгән, шунан уларҙы йәйге лагерға ҡалдырғандар һәм “онотҡандар”. Регина һәм Артем – бер туғандар, уларҙың тағы бер һеңлеһе бар. Ул минең апайым Миңлегөл Хәмитова ҡулында. Бер туған ағайым Зәкирҙең ғаиләһендә лә бер бала тәрбиәләнә.
Хәмитовтарҙың балалары – Гөлфиә, Фирҙәүсә һәм Алина яңы туғандарын яҡшы ҡабул итә. Регина менән Артем ауыл тормошона өйрәнеп китә. Йорт-ҡура эштәрен бергәләшеп атҡаралар, йәйгеһен еләк-бәшмәккә, бесәнгә йөрөйҙәр. Артем бал ҡорттарын ҡарарға өйрәнә. Ҡыҙҙарҙың уйҙары, серҙәре тиҙ берегә, уҡыуҙа ла бер-береһенә ярҙам итәләр. Әйткәндәй, был ғаилә тағы ла ике бала алырға уйлай, әлеге мәлдә документтар әҙерләү менән мәшғүл.
Уңған хужа боронғо кәсепкә – быйма баҫыу эшенә тотонған. Ололарға ла, балаларға ла быйма баҫа, заказ биреүселәре байтаҡ икән. Ул утыҙҙан ашыу умарта тота, бынан тыш, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Йылына ҡарап, 10 – 15 феләк бал ала. Әйткәндәй, уның ҡайныһы, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әнүәр Дилмөхәмәтов данлыҡлы умартасы. Ул режиссер Айнур Асҡаровтың “Әсе бал” фильмында төп ролде башҡарған.
Хәмитовтар киләсәккә уй-маҡсаттары менән уртаҡлашты. Ауыл осонан ер бүлеме алып, өлкән ҡыҙына өй һалырға ниәтләйҙәр. Тағы ла йорттарына төкәтмә эшләргә, өй эсенә һыу үткәрергә уйҙары бар. “Таң менән торабыҙ ҙа кискә тиклем эш менән мәшғүлбеҙ. Йәшәйем, эшләйем, тигән кеше бер ҡасан да эскелеккә, төшөнкөлөккә бирелмәй, ауылда бына тигән итеп йәшәй!” – ти улар.
Берҙәм һәм тырыш ғаилә йәшәгән йорттан күтәренке кәйеф менән сыҡтыҡ. Эш – яҡшы тәрбиә сараһы. Кескәй саҡтан хеҙмәт яратып үҫкән кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ. Афарин, Хәмитовтар, матур уйҙарығыҙ бойомға ашһын!
Рәхмәтле булып
үҫһендәр
Патронатҡа бала алыу еңелдән түгел, бихисап ҡағыҙ эшенән тыш, кеше үҙе энәһенән-ебенә тиклем тикшерелә. Бала ул һиңә бесәй балаһы түгел. Уның да үҙ холҡо, үҙ теләктәре бар. Икенсе мөхиттә үҫкән сабый һинең ғаиләңә, ғәҙәттәреңә өйрәнергә, ерегергә тейеш. Күңеле кителгән бала яңы туғандарының киҫәтеү-тыйыуын, һаҡһыҙ ысҡынған һүҙен оло трагедия һымаҡ ҡабул итеүе бар. Бындай ғаиләләрҙе төрлө белгестәр әленән-әле тикшереп тора, балалар менән айырым әңгәмәләр үткәрәләр. Кескәйҙәрҙең фантазияһы бай, төптө уйҙырма ла һөйләүе ихтимал. Йәшерен-батырыны юҡ, теге йә был төбәктә патронатҡа бала алып, уға тейешенсә тәрбиә күрһәтә алмай, әҙәм мәсхәрәһенә ҡалыусылар бар.
Балалар, башлыса, Ишембай районының Петровское һәм Өфө районының Чесноковка балалар ойошмаларынан алынған. Петровское балалар йорто директоры урынбаҫары Валерий Жиляев: “Балалар йортонда ни тиклем уңайлы шарттар булдырылмаһын, ҡыҙҙар һәм малайҙар ғаиләгә атлыға. Мөкәй ауылында бер нисә тәрбиәләнеүсебеҙ ҡунаҡта булды, улар бик ҡәнәғәт, шунда ҡалырға теләк белдерҙе. Ә бер нисә көн элек ошо ауылда патронат тәрбиәгә бер бала тапшырылды. Беҙ ғаиләләрҙең тормошо менән тәүҙә ай һайын, шунан өс ай һайын танышып торасаҡбыҙ. Әлегә мөкәйҙәргә бер дәғүәбеҙ ҙә юҡ”, – тине.
Билдәле яҙыусы һәм журналист Гөлсирә Ғиззәтуллина менән әңгәмәләшкәндә, бөгөн һеҙ өләсәй ҙә, әле ейәндәр тәрбиәләү менән мәшғүлһегеҙҙер, тигәс, ул: “Бала тәрбиәләй, тибеҙ. Юҡ, кешене тәрбиәләп булмай. Бәләкәстәргә өс сәғәт ноҡот уҡыу менән ул яҡшы булып китмәй. Улар 24 сәғәт буйына, туҡтауһыҙ яҡындарының ҡылығын, холҡон, һүҙҙәрен һеңдерә бара. Шуға күрә, тәү сиратта, ата-әсә үҙе уға өлгө булырға тейеш”, – тигәйне. Хаҡ һүҙҙәр. Дәүләт йортонда буй еткергән балаларға ғаилә ҡиммәттәре һәм башҡа юғары төшөнсәләр тураһында күпме һөйләһәң дә, уларҙы тормошта ҡуллана алыуы икеле. Йәғни уларға осор өсөн ҡанат бирелә, әммә күк киңлектәрен иңләү көсө юҡ. Патронатҡа алынған балалар иһә ғаиләлә йәшәү тәжрибәһе туплай.
Һис йәшерен түгел, эшһеҙ ҡалған ауыл халҡына аҫрауға бала алыу бик ҡулай. Бала тәрбиәләүселәргә эш стажы ҡушыла, буласаҡ пенсиялары өсөн иғәнә индерелә, ҡулға тере аҡса ла эләгә. Эш юҡ, тип эскелеккә һалышмай, мәктәбен дә һаҡлап ҡалған Мөкәй ауылы кешеләре башҡаларға үрнәк булһын ине.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.