«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Һыңар ҡуллы бандиттар» һаман талай



05.04.2013 «Һыңар ҡуллы бандиттар» һаман талай

Өфөлә уйын бизнесына ҡаршы эре операция уҙҙы. Оператив­ник­тар баш ҡаланың Дим, Октябрь, Совет, Орджо­никидзе райондарында туғыҙ уйын залын юҡҡа сығарҙы.
ҡайһы бер подвалдарҙа урынлашҡан ауыр тимер ишекле клубтарҙы махсус отряд хеҙмәткәрҙәренә штурм менән алырға тура килде. Уйын аппараттарын залдарҙан сығарыу дауам итә. Сөнки ойоштороусылар «һыңар ҡуллы бандиттар»ҙы бер-береһенә һәм стенаға ҡуша иретеп йәбештергән. Поли­цейскийҙар иҫәпләүенсә, барлыҡ клубтар берҙәм селтәрҙә эшләгән. Бынан тыш, тәртип һаҡсылары келәттәрен дә асыҡлай. Тыйылған бизнес хужалары, ғәҙәттә, полиция тикшереүҙәренән һәм автоматтарҙы тартып алыуҙан һуң, келәттәренән кәрәк-яраҡты килтереп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бизнесын тергеҙгән. Ике келәттә 150 аппарат, 16 покер өҫтәле, 1 рулетка табыла, рейд ваҡытында барлығы 334 уйын ҡорамалы тартып алына. Әлегә енәйәт эшен ҡуҙғатыу өсөн материалдар йыйыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға