«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Транспортта йөрөй белмәһәң…



12.02.2013 Транспортта йөрөй белмәһәң…

Тәртипһеҙ әҙәмдәр ҡайҙа ғына осрамай – урамдамы, йорт алдында йә транспорттамы – һәр ерҙә шуларҙың холоҡһоҙлоғонан зыян кү­рер­гә була. Һуңғы ваҡытта сит илдәргә ялға барыусылар араһындағы хулигандар ха­ҡында күп һөйләйҙәр. Само­летта беҙҙең иҫеректәр йә стюардессаға бәйләнә, йә башҡа пассажирҙарҙы сығырынан сығара.
Башҡортостандан һайлан­ған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников фекеренсә, хулигандарҙы яуап­лылыҡҡа тарттырыуҙы ҡәтғиләштереү урынлы. Ваҡ тәртипһеҙлектәр өсөн әле яза бөтөнләй йомшаҡ, хулиган­дар­ға йыш ҡына кешеләр бөтөнләй күҙ йома. Ә административ штрафтың күләме 500 һумдан 2000 һумғаса ғына. Шуға ла Дәүләт Думаһына индерелгән “РФ Енәйәт кодексының – 213-сө, Адми­нистратив хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.1 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектында штраф күләмен күтәрергә тәҡдим ителә. Уға ярашлы, ваҡ хулиганлыҡ ҡылыусы 2000 һумдан 4000 һумға тиклем штраф түләйәсәк. Бәлки, унан да күберәк булыр. Был тәү сиратта транспортта тәртип боҙоу­сыға ҡағыла. Бигерәк тә һауа, һыу һәм тимер юлы транспортында пассажирҙарға хулигандан зыян нығыраҡ янай – бында урын да тар, элемтә лә насар эшләүе мөмкин. Закон проектында тап ошо төр транспортта хулиганлыҡ ҡылыусыға ҡарата язаның ҡатыланыуына баҫым яһала.
Декабрҙә “Мәскәү – Хургада” самолетында иҫерек ватандашыбыҙҙың янъял ҡуптарыуы, ғинуарҙа “Өфө – Хургада” самолетында шундай уҡ иҫеректәрҙең ҡылыҡтары, пассажирҙарҙы мыҫҡыл итеп көлөүҙәре (бындай тәртип боҙоуҙар йышая бара) үрҙә телгә алын­ған закон проектын тиҙерәк ғәмәлгә индереүҙе талап итә түгелме?
Әйткәндәй, сит илгә ялға юлланыусы йә диңгеҙ буйында ҡыҙынып ятыусы яҡташтарыбыҙ араһында ғауғасылар­ҙың күп булыуы хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Улар илгә оят килтереүен дә уйламай. 2010 йылда ”Мәскәү – Гавана” маршруты менән осоусы самолет, иҫеректәрҙең “сы­ғынсылауы” арҡаһында Ис­ландияла тө­шөргә мәжбүр була, ә унан бер йыл алда Мәскәүҙән Израилгә осоусылар, “бах­мур”­ҙан алйыусы пассажир­ҙың стюардессаны тешләүен күреп, шаҡ ҡата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға