«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын



29.01.2013 Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын

Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын
Бынан бер нисә йыл элек Өфө ҡала һәм райондары хакимиәттәре ойошторған алтаҡталарҙа булған хаталарҙы төҙәтеү эше киң ҡолас алды. Был башланғысты халыҡ та, киң матбуғат саралары ла дәррәү хупланы. Ошо йылдар эсендә баш ҡалабыҙҙы йәмһеҙләп торған байтаҡ хата юҡҡа сыҡты. Бындай йәмһеҙ осраҡтар бик һирәк осрай башланы. Был – бик ҡыуаныслы күренеш. Үҙең тапҡан хаталарҙың тиҙ генә төҙәтелеп тороуы ҡәнәғәтлек килтерә.
Мискәләге балды бер тамсы дегет боҙа, тигәндәй, бынан алты йыл элек “Йәшлек” биттәрендә (2007 йылдың 23 ғинуары) сығарған фотоларға әйләнеп ҡайтмай булмай. Ни сәбәптәндер ошо хаталар һаман да төҙәтелмәй килә. Бәлки, был урамдарҙың ҡыҫҡа ғына булыуы, бәлки, тәржемә ауырлығы ҡамасаулағандыр…
Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын
Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын
Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын
Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын
Тел йәрәхәте тиҙ уңалһын







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға