«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Коллектив менән яҙылдыҡ



27.11.2012 Коллектив менән яҙылдыҡ

«Йәшлек» гәзитен һәр ваҡыт яратып уҡыйбыҙ. Һәр һанын көтөп алабыҙ. Йәштәр баҫмаһының даими дуҫтары булараҡ, яҙҙырып алмай ҡалған сағыбыҙ юҡ. Гәзит материалдарын дәрестәрҙә, ата-әсәләр йыйылышында ҡулланабыҙ. Һәр мәҡәлә йөкмәткеле, үтемле булыуы оҡшай. Быйыл бөтә коллектив менән «Йәшлек»кә яҙылыр­ға булдыҡ.
Үҙ-ара дуҫ һәм берҙәмбеҙ. Шуға ла күңелдәребеҙ көр, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып йәшәйбеҙ. Район, республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа уҡыусыларыбыҙ призлы урындар яулай. Һәр йыл һайын уҡыусыларыбыҙҙың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеп, уңышлы уҡыуы − беҙҙең хеҙмәт емеше, тип ҡыуанабыҙ. Уҡытыусылар белем кимәлен арттырыу өҫтөндә үҙҙәренең фәне буйынса яңылыҡтарҙы өйрәнә, конкурстар үтә, квалификацияларын күтәрә.

Сәүиә ЗАКИРОВА.
Белорет районы,
Ғәбдүк ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға