«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?



20.11.2012 Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?

Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?
Һау-сәләмәт тип, әрмегә алынған Белорет егете Дмитрий Богодеров ҡурҡыныс сир менән Мәскәү госпиталендә ята
Өфөлә хәрби-табип комиссияһы үтеп тә, һаулығы яғынан тайпылыштар булып, хеҙмәт иткән еренән Башҡортостанға кире ҡайтарылған егеттәр аҙ түгел. Егеттәрҙең әрмегә барырға теләктәре көслө булып, сирҙәре хаҡында табиптарға үҙҙәре әйтмәйҙәрме, әллә беҙҙең хәрби комиссариат сифатһыҙ медицина тикшереүе үткәреп, план артынан ҡыуамы?
Күптән түгел Белорет районынан саҡырылып, Свердловск өлкәһендәге хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт иткән Дмитрий Богодеровтың башында табиптар яман шеш тапҡан. Егет элек башы ауыртыу­ға зарланмаған. Уның һүҙҙәренсә, бер нисә ай элек әрмелә уның башына һуҡҡан булалар. Шунан алып һалдатта баш ауыртыуы көсәйә, сафта торғанда ҡолай башлай. Ул табиптарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Әле егет Мәскәүҙә Бурденко исемендәге Баш хәрби госпиталдә ята.
Быйыл йәй “спецназ”да хеҙмәт иткән Сергей Шишкинда ла 4-се стадиялағы һөйәк яман шеше табыла. Егет һыу сәсәге диагнозы менән дауаханаға эләгә. Әммә бер ай дауаланыу һөҙөмтә бирмәй, унда пневмония башлана. Үпкәһенә рентген үткәргәндә, уның һөйәктәрендә лә үҙгәрештәр барлығы асыҡлана. Шунан һуң ғына табиптар, тағы ла өҫтәмә тикшереүҙәр үткәргәс, хәрбиҙә яман шеш барлығын асыҡлай. Сергей армияға тиклем йөҙөү, бокс менән шөғөлләнә, һаулығына бер ҙә зарланмай. Иң элиталы һаналған ғәскәргә тәғәйенләгәндә (бында айырыуса ентекләп һайлап алалар) табиптар хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттең һаулығында тайпылыштар­ҙы нисек күрмәгән һуң, тигән һорау тыуа. Медицина белгестәренең тәжрибәһеҙлегеме был? Унда бит был яман сирҙең һуңғы стадияһы булған.
Хәйер, аптырарға түгел, ил һағына хатта Даун синдромлы сирлеләр ҙә ебәрелгәндә, онкологик сирлеләр нимә инде ул?

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға