«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Айына 4122һум – үтә фәҡирлек билдәһе



12.10.2012 Айына 4122һум – үтә фәҡирлек билдәһе

Төрлө күрһәткестәр, һандар, факттар тураһында мәғлүмәттәр башты әйләндерерлек. Бына күҙ алдығыҙҙа йәнә лә бер һан. Федераль дәүләт статистикаһы иҫәпләп сығарған быны. Кем дә кем айына 4122 һумдан да түбәнерәк килем ала, шул ярлылыҡтың сигендә тороусылар рәтенә баҫа. 9400 һумға тиклем аҡса алғаны былай ғына фәҡир. Ярлылар килеме – 9400-ҙән 20 000 һумғаса, ярлылыҡтан өҫтәрәк ай һайын 20 − 30 мең һум алыусылар тора, артабан айына 30 000 – 60000 һумлыҡ килемдәре менән уртаса етеш ғаиләләр килә. 90 000 һумғаса эшләүселәр − етеш, унан да юғары килемлеләр бай һанала. Тә-әк, арабыҙҙа кемдәр күберәк һуң? Әстәғәфирулла…

РФ дәүләт статистикаһы
федераль хеҙмәте материалдары
буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА
әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға