«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ололарға йәшәү минимумы арта



07.09.2012 Ололарға йәшәү минимумы арта

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ултырышына республика Хөкүмәтендә эшләнгән «Башҡортостан Республика­һында йәшәү минимумын һәм ҡулланыусы кәрзинен билдәләү тәртибе тураһында» закон проектын тәҡдим итте.
2010 йылдан илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла пенсионерҙар өсөн өҫтәмә социаль түләүҙәрҙе билдәләү маҡсатында йәшәү минимумы күләме иҫәпләп сығарыла. Быйыл был сумма 5220 һумға тиң. Кемдең пенсияһы түбән, уға, ошо күрһәткескә тигеҙләп, федераль бюджеттан өҫтәп аҡса түләнә. Аныҡ һандарға туҡталһаҡ, ошо йылдың авгусына федераль бюджеттан 100 836 кеше уртаса 960 һумлыҡ өҫтәмә ала.
Ә инде БР Хөкүмәте республика парламентына тәҡдим иткән проектта 2013 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумы 5690 һум булырға тейешлеге күҙ уңында тотола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға