«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Янғын йышлығын иҫәпкә алып



28.08.2012 Янғын йышлығын иҫәпкә алып

Быйыл Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 72 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Шул сумманың 66 миллион һумы федераль бюджеттан бүленәсәк.
БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин белдереүенсә, яҡын арала Рәсәй хөкүмәтенең техника һатып алыу тәртибен билдәләү тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйыу көтөлә. Башҡортостанға бүленгән средстволарға 34 машина һатып алынасаҡ, шул иҫәптә УАЗ, КамАЗ, САЗ-дар, «Беларусь» тракторҙары, ДТ, шулай уҡ махсус бульдозер бар.
Былтыр федераль үҙәк ошо маҡсатта беҙҙең республикаға 69 миллион һум аҡса бүлгәйне. Урындағы бюджеттан 68,4 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Урман янғындарының йышлығын иҫәпкә алғанда, әлеге сумманың күләме артыуы бер ҙә ғәжәп түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға