«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эш хаҡың менән пенсияң ғына етһен



04.09.2012 Эш хаҡың менән пенсияң ғына етһен

1 сентябрҙән йылылыҡ һәм һыуға хаҡтар артты
Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тағы ла хаҡ артты. «Өфө инженер селтәр­ҙәре» ойошмаһы йы­лы­лыҡ энергияһының бер гикакалорияһына хаҡты 754, 36 һумдан 792,37 һумға күтәрҙе. Башҡортос­тандың ҡала-райондарында ла йылылыҡ энергияһына хаҡ 4,5 процентҡа күтәрелде. Миҫал өсөн, Сибайҙа «БашРТС» ҡулланыу­сылары йылылыҡ энер­гияһына 789,66 һум, ә ишембайҙар 796,75 һум түләйәсәк. Һыуҙы ла хәҙер экономияларға тура килер инде. «Уфаводоканал» ҡулланыусылары һыуҙың кубометрына 10,36 һум түләйәсәк, һыуыҡ һыуға хаҡтар 11,51 һумдан 12,15 һумға тиклем артты. Электр энергияһына түләүҙәр элеккесә ҡалды. Фатирҙарында газ плиталары булғандар бер киловатт өсөн 2,02 һум, электр плиталары булғандар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр 1,41 һум түләйәсәк. «Зәңгәр яғыулыҡ» өсөн хаҡтар үҙгәреш­һеҙ ҡала. Иҫәпләү приборҙары булғандар газдың кубометры өсөн 3,94 һум түләһә, приборҙары булма­ғандар кубометрына – 2,87 һум, йылы һыу һәм газ плиталары менән ҡулланғандар 5, 60 һум түләйәсәк.
Яңы йылдан һуң да (беҙҙә гел шулай була) коммуналь-түләүҙәргә хаҡтар арта икән, тамағыбыҙҙы аҫрар өсөн генә эшләгән эш хаҡыбыҙ ҙа, пенсиябыҙ ҙа етмәйәсәк, йәмәғәт.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға